Ырғыҙлы ауылы биләмәһенә яңы МТЗ-82 моделле тәгәрмәсле трактор ҡайтарылды. "Айыҡ ауыл - 2024" республика конкурсында ҡатнашып, 3-сө урын яулаған, конкурстың һәр этабында ихлас ҡатнашҡан берҙәм, тырыш ауыл халҡын лайыҡлы бүләктәре менән район хакимиәте башлығы Рәмил Абдуллин ҡотланы:
-Ауыл хакимиәте башлығы Ильвир Миңлеғәле улын, ауыл халҡын ҡыуаныслы ваҡиға менән ҡотлайым! Артабан да уңыштар теләйем!
Сәләмәт тормошҡа, изге һәм файҙалы эштәргә әйҙәгән “Айыҡ ауыл” конкурсында башҡа ауылдарҙы ла әүҙем ҡатнашырға, еңеүҙәргә өлгәшергә саҡырам!