Көҙ - уңыш миҙгеле Билал мәҙәниәт йорто янына ауыл халҡы көҙгө йәрминкәгә йыйылды. Нимә генә юҡ бында! Һәр төрлө йәшелсә-емеш, тәмле ҡайнатмалар, салаттар. Нәсимә Боҫҡонова, Фәрхәнә Сирусина, Миңлегөл Аманова, Миңзәлә Мәхмүтовалар үҙ ҡулдары менән бешергән пирожки, өсмөйөштәр, һөт ризыҡтары, йомортҡа менән һатыу итә. Илһөйәр Ғәбдрәшитова халыҡҡа бал тәҡдим итте. Зәһинә Ғайсина, Гөлнира Аҫылбаева, Таңһылыу Ғәйзуллиналар күҙ яуын алып торған ҡул эштәрен һатырға ҡуйҙы. Хәмиҙә Зәйнуллина, Гөлдәр Әлибаевалар ҙа үҙ баҡсаларында үҫтергән емеш-еләк, сәскәләр, алма алып сыҡҡан. Мәктәп баҡсаһында үҫтерелгән йәшелсәләр ҙә мул уңышы менән һөйөндөргән. Уларҙы ла һатыуға сығарҙылар. Байрамда билалдарҙан тыш һәмәндәр ҙә хәләл ризыҡтарын һатты. Фәһимә Һибәтуллина, Хәлиҙә Һибәтуллина, Әлфиә Һибәтуллина, Ғәлиә Асҡароваларға "афарин!" тиергә генә ҡала. Азалия Ғәлина, Рәүилә Исхаҡова, Гөлназ Таулыҡаева, Зөлфиә Ғәлина "Көҙгө уңыш" фотоконкурсы еңеүселәре булды. Ҡышҡылыҡҡа нимәләр генә эшләмәгәндәр улар.