👍Башҡортостан бәһлеүәндәре ракета комплексын һөйрәү буйынса донъя рекордын ҡуйырға әҙерләнә
4 октябрҙә Стәрлетамаҡта «Тополь-М» ауыр ракета комплексын һөйрәү буйынса донъя рекордын ҡуйырға йыйыналар. Рәсәйҙең иң көслө кешеһе Эльбрус Ниғмәтуллин һүҙҙәренсә, рекорд ҡуйыуҙа уның командаһы, Башҡортостандың дүрт көслө спортсыһы Денис Ваһапов, Раил Бикмаев, Айҙар Байсурин һәм Руслан Садиҡов ҡатнаша.
Рекордты теркәргә «Уралстронг – Силачи Руси» федерацияһы президенты Дмитрий Кононец саҡырылған.