10 сентябрҙә Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһында һаулыҡ һаҡлау учреждениеларының алтаҡталарында Башҡортостандың дәүләт телдәрен ҡулланыу өлкәһендә ғәмәлдәге ҡануниәтте үтәүҙе күҙәтеү мәсьәләләре буйынса түңәрәк өҫтәл үтте. Уның барышында төбәктең Йәмәғәт палатаһы республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы менән берлектә медицина учреждениеларындағы алтаҡталар өсөн башҡорт телендәге яҙыу текстарын әҙерләү буйынса пилот проектын башлау тураһында килешеү төҙөнө. Методик тәҡдимдәр Ғ.Ғ. Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһынан, Өфөнөң 9-сы ҡала клиник дауаханаһынан, республиканың балалар поликлиникаларының береһенән һәм үҙәк район дауаханаларынан алынған мәғлүмәттәргә нигеҙләнә. Тәржемә эшенә Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһынан эксперттар саҡырыласаҡ. Бланктарҙың, рәсми яҙыуҙарҙың тәржемәләрен "БашТәржемә" автоматлаштырылған системаһында эшләргә мөмкин. Төбәк Йәмәғәт палатаһы ағзаһы, Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү буйынса автономиялы коммерцияға ҡарамаған ойошма директор