Найти в Дзене

Ғүмерҙәрҙе ҡотҡарыу хаҡына

Эйе, был хаҡта үҙе әйтмәһә лә. “Саян” — 1975 йылғы, Туймазы ҡалаһында тыуған һәм йәшәй. Туймазы медицина училищеһын (хәҙер медицина колледжы) ҡыҙыл дипломға тамамлай. Өфөлә дауаханаларҙа, Туймазыла “Ашығыс ярҙам”да эшләй. Ул - МХО-ла үҙ эшен янып, тырышып башҡарған айбарлы, тәүәккәл егеттәребеҙҙең береһе. “Ни өсөн медицина юлын һайланыммы? Кешеләргә ярҙам итергә теләнем, ваҡытында был изге һөнәрҙе һайлауыма шатмын. Мәктәптә уҡығанда уҡ биология, зоология фәндәре оҡшаны, медицинаға ынтылышым көслө булды. Ғаиләбеҙҙә өс бала үҫтек. Гөлфиә апайым - медицина фәндәре кандидаты, Башҡорт дәүләт медицина университеты доценты, Әлиә һеңлем - терапевт, Туймазыла участка табибы булып эшләй. Барыбыҙҙа ла медицина ҡомары бар”, – ти “Саян”. – МХО-ға китергә нимә этәрҙе? –Салауат Юлаев батальоны төҙөлөүе тураһында иғлан ителгәс, бөтә яҡлап та уйландым. Оҫталығым һәм тәжрибәм менән унда кәрәгерәкмен, тигән ныҡлы ҡараға килдем. Шулай итеп, МХО-ға үҙ иркем менән киттем. Быға тиклем Чечняла хәрби хәрәкәт

Эйе, был хаҡта үҙе әйтмәһә лә. “Саян” — 1975 йылғы, Туймазы ҡалаһында тыуған һәм йәшәй. Туймазы медицина училищеһын (хәҙер медицина колледжы) ҡыҙыл дипломға тамамлай. Өфөлә дауаханаларҙа, Туймазыла “Ашығыс ярҙам”да эшләй. Ул - МХО-ла үҙ эшен янып, тырышып башҡарған айбарлы, тәүәккәл егеттәребеҙҙең береһе. “Ни өсөн медицина юлын һайланыммы? Кешеләргә ярҙам итергә теләнем, ваҡытында был изге һөнәрҙе һайлауыма шатмын. Мәктәптә уҡығанда уҡ биология, зоология фәндәре оҡшаны, медицинаға ынтылышым көслө булды. Ғаиләбеҙҙә өс бала үҫтек. Гөлфиә апайым - медицина фәндәре кандидаты, Башҡорт дәүләт медицина университеты доценты, Әлиә һеңлем - терапевт, Туймазыла участка табибы булып эшләй. Барыбыҙҙа ла медицина ҡомары бар”, – ти “Саян”. – МХО-ға китергә нимә этәрҙе? –Салауат Юлаев батальоны төҙөлөүе тураһында иғлан ителгәс, бөтә яҡлап та уйландым. Оҫталығым һәм тәжрибәм менән унда кәрәгерәкмен, тигән ныҡлы ҡараға килдем. Шулай итеп, МХО-ға үҙ иркем менән киттем. Быға тиклем Чечняла хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашып, “Батырлыҡ өсөн” миҙалы менән бүләкләнгәйнем. – Салауат Юлаев батальонында хеҙмәт итеүегеҙҙе нисек баһалайһығыҙ? —Башҡортостан егеттәре, яҡташтар менән хеҙмәт итеүемә хәҙер ике йыл инде. Беҙҙең батальон яҡшы иҫәптә, ҡыйыу яҡташтарым менән бергәләп эшләүе рәхәт. Салауат Юлаев батальонына йөрәк саҡырыуы буйынса килгән ҡыйыу, һуғышсан яугирҙәр йыйылған. — Һуғышта хәрби табиптарҙың бурысы ниндәй? — Беҙҙең бурыс — туранан-тура тәүге ярҙам күрһәтеү. — Хәрби медицина граждандар медицинаһынан нимәһе менән айырыла? — Граждандар медицинаһында пациент клиникаға көсөргәнешһеҙ килә. Бындағы экстремаль шарттарҙа психологик яҡтан да, физик яҡтан да бер аҙ ҡатмарлыраҡ. Һуғыш шарттарында стресс факторҙары хроник һәм киҫкен ауырыуҙарҙы көсәйтә, уларға этәргес көс булыуы ла бар. Хәрбиҙәр ҙә һуҡыр эсәк, көнкүреш йәрәхәттәре (ҡырҡылыу, һыҙланыу), киҫкен респиратор йоғошло инфекциялар, грипп һәм башҡа сирҙәргә дусар. Хәрби (тактик) медицина яралы һалдатҡа тәүге ярҙам күрһәтеү һәм уны эвакуациялау бурысын ҡуя. Беҙҙе артиллерия, минометтар, АГС, дрондар менән утҡа тоталар – бында йәрәхәттәрҙең төп үҙенсәлеге – мина һәм снарядтар ярсығы зыяны. Бындай шарттарҙа табиптар аныҡ алгоритмдар буйынса эш итә: иң тәүҙә ҡанды туҡтатыу: баҫымлы бинт һалыу. Ауыртыуҙы баҫыу. Яраны бәйләү, нығытыу, иммобилизациялау. Яралыларҙы тиҙ арала эвакуация пунктына алып барыу. Бында шәхси һаҡланыу саралары (бронежилет, шлем) бик мөһим: дөрөҫ ҡулланғанда, күкрәкте һәм башты һаҡлай. Күпселек үлем осраҡтары һалдат броня ҡулланмағанда була. Яралылар янына медицина эвакуацияһы төркөмө (бер нисә кеше) бара, уға тәүге ярҙам күрһәтә, йәрәхәттәрҙе теркәй һәм эвакуацияны ойоштора – тәүҙә ялан пунктына, артабан квалификациялыраҡ дауалау өсөн госпиталгә ебәрелә. Төп бурысыбыҙ – һалдаттың ғүмерен һәм һаулығын һаҡлап ҡалыу өсөн мөмкин тиклем тиҙерәк саралар күреү, уның хәлен еңеләйтергә ярҙам итеү. Әлбиттә, һуғыш шарттарында барыһы ла мөмкин: фажиғәләр, яралылар һәм һәләк булыусылар. Шулай хәлдәргә лә осрайһың: кисен тыныс ҡына үткән һуҡмаҡ иртәгәһенә мина яланына әйләндерелгән була: дрондар үлемесле миналарын сәсеп тә киткән, бер яңылыш баҫтыңмы — шартлауға эләгеүең ихтимал. Бер иптәшемдең минаға эләгеп, аяҡтары өҙөлөүен, шунда уҡ йән биреүен үҙ күҙҙәрем менән күрҙем. Артиллерия снарядына эләккәндә лә шулай: тере ҡалыуға өмөт ҡалдырмай. Был мәлдәр хәтергә мәңге юйылмаҫлыҡ булып уйыла. Һуғыш — ул ҡурҡыныс. Бысраҡ, тир, ҡан. — Ә хеҙмәтегеҙҙә иң ауыры нимә? — Иң ҡурҡҡаным, Хоҙай һаҡлаһын, ҡулымда кешенең йән биреүе. Ярҙам итергә өлгөрмәү иң үкенеслеһе, ғәйеп тойғоһо ғазабын кисерергә яҙмаһын. Шуға күрә беҙ эшебеҙҙе мөмкин тиклем аныҡ ҡорорға тырышабыҙ: беҙ ҡаһармандар түгел, үҙ бурыстарыбыҙҙы ғына үтәйбеҙ һәм ыңғай һөҙөмтә булһын өсөн барыһын да эшләйбеҙ. — Гуманитар ылыу, тыныс тормоштағы кешеләрҙең теләктәшлеге, балаларҙың йылы хаттары һеҙгә нисек тәьҫир итә? — Башҡортостан Республикаһы яғынан ярҙам ныҡ ҡеүәтле ҡуйылған. Даими гуманитар, психологик һәм матди ярҙам күрһәтелә. Аҙыҡ-түлек, ҡорамалдар, дарыуҙар менән яҡшы тәьмин ителәбеҙ. Беҙҙең хаҡта ҡайғыртҡан, даими хәстәрлек күрһәткән республика етәкселегенә, Башлығыбыҙ Радий Фәрит улы Хәбировҡа ҙур рәхмәт. Башҡа подразделениелар беҙгә хатта бер аҙ көнләшеберәк тә ҡарай, сөнки улар яҡташтары ярҙамын беҙҙең кеүек тоймай. Теләктәшлек – яҡшы, беҙгә ышаныс, көс бирә. — Һеҙҙе артабан да хеҙмәт итергә нимә дәртләндерә? — Хәрби заданиеларҙан тыш, күнекмәләр үткәрәбеҙ: яугирҙәрҙе тәүге ярҙам күрһәтеү оҫталығына өйрәтәбеҙ — тәүҙә улар үҙҙәрен, аҙаҡ иптәштәрен һаҡлай һәм ҡотҡара белергә тейеш. Яуҙа тиҙ ҡарарҙар ҡабул итергә, йылдам хәрәкәт итергә, берәйһе яралана икән, ҡаушап ҡалмай, ҡанды туҡтатырға, жгут һала белергә кәрәк. Быларҙы яҡшы үҙләштереү яуҙаштарының ғүмерен һаҡлап ҡалыу өсөн үтә мөһим. Бында туғанлыҡ тойғоһо көслө: барыбыҙ ҙа, милләткә, йәшкә ҡарамай, бер-беребеҙгә "брат" тип өндәшәбеҙ. — Яңы килеүселәргә ниндәй кәңәштәр бирер инегеҙ? — Хеҙмәт итергә теләгән медиктарға яҡшы белем һәм тәжрибә мөһим. Хәҙер уҡытыу кимәле юғары — бигерәк тә тактик медицинала — теорияны үҙләштерергә һәм белемде практикала ҡуллана белергә кәрәк. Медицина ярҙамы күрһәтеүҙе һәр кем белһен, өйрәнергә тырышһын һәм яугирҙәргә үҙе белгәәндәрен күрһәтһен ине. Был кеше ғүмерҙәрен һаҡлап ҡалыу өсөн бик мөһим. Хәҡиҡәт беҙҙең яҡта. Хоҙай ярҙамы менән Еңеү беҙҙеке булыр, әлеге ваҡытта ут эсендә йөрөгөн барлыҡ егеттәребеҙ ҙә өйҙәренә иҫән-һау әйләнеп ҡайтһын, тип теләйек. Өйҙә беҙҙе ҡатындарыбыҙ, балаларыбыҙ, атай-әсәйҙәребеҙ көтә. Барыһы ла яҡшы булыр.