Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Бөрө районында тағы бер ФАП асылды

Бөрө районының Шалҡан ауылында модулле яңы фельдшер-акушерлыҡ пункты асылған. Ул “Оҙайлы һәм әүҙем тормош” милли проектын (национальный проект “Продолжительная и активная жизнь”) тормошҡа ашырыу һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килде, тип хәбәр итә республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы. Яңы фельдшер-акушерлыҡ пункты заманса талаптарға һәм стандарттарға ярашлы итеп төҙөлгән. Ул халыҡҡа сифатлы медицина ярҙамы күрһәтеү һәм хеҙмәткәрҙәрҙең эш шарттары уңайлы булһын өсөн кәрәкле бөтә нәмә менән йыһазландырылған. Бында фельдшер, пациентты ҡарау, процедура, пациенттар өсөн көтөп тороу бүлмәләре, санузел, хеҙмәткәрҙәр өсөн бүлмә, медикаменттар һәм таҙалыҡты һаҡлау кәрәк-яраҡтары өсөн урындар бар. Яңы фельдшер-акушерлыҡ пунктында беренсе медицина-санитар ярҙамын Шалҡан, Аҡҡайын, Ужара һәм Үрнәк ауылдары халҡы ала ала. Халыҡтың дөйөм иҫәбе – 527 кеше, шуларҙың 88-е – балалар. Яңыртылған милли проекттар РФ Президенты Владимир Путин ҡарары буйынса 2025 йылдың 1 ғинуарынан тормошҡа ашырыла. Фото: vk.com/bi

Бөрө районының Шалҡан ауылында модулле яңы фельдшер-акушерлыҡ пункты асылған. Ул “Оҙайлы һәм әүҙем тормош” милли проектын (национальный проект “Продолжительная и активная жизнь”) тормошҡа ашырыу һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килде, тип хәбәр итә республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы. Яңы фельдшер-акушерлыҡ пункты заманса талаптарға һәм стандарттарға ярашлы итеп төҙөлгән. Ул халыҡҡа сифатлы медицина ярҙамы күрһәтеү һәм хеҙмәткәрҙәрҙең эш шарттары уңайлы булһын өсөн кәрәкле бөтә нәмә менән йыһазландырылған. Бында фельдшер, пациентты ҡарау, процедура, пациенттар өсөн көтөп тороу бүлмәләре, санузел, хеҙмәткәрҙәр өсөн бүлмә, медикаменттар һәм таҙалыҡты һаҡлау кәрәк-яраҡтары өсөн урындар бар. Яңы фельдшер-акушерлыҡ пунктында беренсе медицина-санитар ярҙамын Шалҡан, Аҡҡайын, Ужара һәм Үрнәк ауылдары халҡы ала ала. Халыҡтың дөйөм иҫәбе – 527 кеше, шуларҙың 88-е – балалар. Яңыртылған милли проекттар РФ Президенты Владимир Путин ҡарары буйынса 2025 йылдың 1 ғинуарынан тормошҡа ашырыла. Фото: vk.com/birskadm