“Йәштәр һәм балалар” милли проектына ярашлы, Мәләүез районының Воскресенск ауылындағы коррекция интернат-мәктәпбенә ремонт үткәрелде. Белгестәр эш барышында инженер селтәрҙәрен тулыһынса яңыртты һәм эске биҙәү эштәрен башҡарҙы. Шулай уҡ бинала электр, һыу менән тәьмин итеү, йылылыҡ селтәрҙәрен алмаштырҙылар, фасадты буянылар һәм йылыттылар. Башланғыс класс уҡыусылары өсөн ауышлыҡ мөйөшөн көйләү мөмкинлеге булған йыһаздар алынды. Интернат-мәктәп ауылда 1952 йылдан алып эшләй. Унда республиканың 12 ҡала һәм районынан килгән йөҙҙән ашыу бала йәшәй һәм уҡый. Улар ағастан йыһаздар эшләү һәм тегеү һөнәрҙәренә, ауыл хужалығы хеҙмәтенә, сәскәселеккә, умартасылыҡҡа һәм үҫемлекселеккә өйрәнә. “Йәштәр һәм балалар” милли проекты (нацпроект “Молодежь и дети”) йәш быуынға үҙенең эске мөмкинлектәрең бойомға ашырыу өсөн шарттар тыуҙырыуға арналған. Мәктәптәр төҙөү һәм ремонтлау, педагогия университеттарын яңыртыу, белем биреү- производство үҙәктәрен һәм профессиональ әҙерлек кластерҙарын, инженер