Йыл һайын үткәрелгән “Башҡортостан Республикаһының иң яҡшы муниципаль берәмеге” конкурсының “Башҡортостан ауыл биләмәһенең иң яҡшы муниципаль хеҙмәткәре” номинацияһында Ҡариҙел районының Ҡараяр ауыл биләмәһе башлығы Рәйсә Тимерғәле ҡыҙы Солтанова еңеүсе дипломы менән бүләкләнде. Ул бына алты йыл инде биләмәнең көнүҙәк мәсьәләләрен, яҡташтарының үтенестәрен хәл итеү өҫтөндә янып эшләй. Ә хәстәрлектәр һәм мәшәҡәттәр бихисап, тәүлек буйына баш ҡалҡытмай эшләһәң дә, етерлек. Был һис кенә лә арттырыу түгел. Рәйсә Тимерғәле ҡыҙына кабинетта оҙаҡ ултырырға ла тура килмәй, уны йыш ҡына халыҡ араһында, ҡайһылыр урында ниндәйҙер мәсьәләне хәл иткәндә осратаһың. Биләмәлә ниндәй яңылыҡтар, үҙгәрештәр барлығын иң тәүҙә ул белә, сөнки һәр саҡ бәйләнештә. Граждандарҙың именлеге һәм тормошо өсөн бөтә яуаплылыҡ беренсе сиратта башлыҡ иңендә. Уның өсөн Ҡараяр ауыл биләмәһенән дә матурыраҡ, ҡәҙерлерәк ер юҡ. Башҡортостан ауыл биләмәһенең иң яҡшы муниципаль хеҙмәткәре тип танылыуы һис тә осраҡлы түгел,