Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Радий Хәбиров киберспортсылар менән осрашты

10 сентябрҙә Республикаға идара итеү үҙәгендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Өфө фән һәм технологиялар университетының студенттар кибер спорт командаһы ағзалары менән осрашты. Иғтибар үҙәгендә – төбәктә компьютер спортын үҫтереү. Университет командаһы илдәге иң көслөләрҙең береһе иҫәпләнә. 2024/2025 уҡыу миҙгелендә улар ҙур уңышҡа өлгәште – компьютер спорты буйынса Рәсәй чемпионатында икенсе урынды яуланы, Студент киберспорты милли лигаһы һәм Евразия фәнни-мәғариф үҙәге турниры еңеүселәре булды. Команда менеджеры, университеттың спорт программалаштырыуы, алгоритмик робот техникаһы, кибер хәүефһеҙлек һәм киберспорт үҙәге директоры Святослав Пегов Рәсәй чемпионатының ярым финалына сыҡҡан берҙән-бер студент коллективы булыуы тураһында һөйләне. Осрашыуҙа клуб үҫешенең һәм уйынсыларҙы төбәктә ҡалдырыуҙың киләсәгенә айырым иғтибар бирелде. “Команданың иң көслө һөнәри коллектив булып тупланыуы мөһим”, – тине Радий Хәбиров. Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.