Бөгөн Тәтешле районында Борай – Иҫке Балтас - Көйәҙе автомобиль юлының 77-се километрында, Үрге Тәтешле ауылы янында, икенсе кимәлдәге юлдан төп юлға сыҡҡан “Лада Гранта” автомобиле “ВАЗ-2107” автомобиле менән бәрелешкән. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, “ВАЗ-2107” водителе һәм уның пассажиры ашығыс ярҙам килгәнсе вафат була, ә “Лада Гранта” водителе һәм пассажиры йәрәхәттәр менән дауаханаға оҙатыла. Ваҡиға урынында республиканың дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре, тәфтиш-оператив төркөм һәм башҡа ашығыс хеҙмәттәр эшләй. Хөрмәтле водителдәр, юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен үтәмәү һәр саҡ насар тамамлана, ҡайһы саҡта ҙур фажиғәгә сәбәпсе була. Үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы һаҡлағыҙ, юл ҡағиҙәләрен теүәл үтәгеҙ. Фото: Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығынан.