Найти в Дзене

Милли ат спорты тураһында һөйләштеләр

Баймаҡ районында Башҡорт тоҡомо аттарының халыҡ-ара фестивале барышында “Милли ат спорты төрҙәре – традицияларҙан бөгөнгә заманға” исемле түңәрәк өҫтәл үткәрелде. Тәбрикләү һүҙҙәре менән почетлы спикерҙар Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – спорт министры Руслан Хәбибов, Рәсәйҙең милли һәм олимпиадаға ҡарамаған спорт төрҙәре комитеты президенты Борис Гришин, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе, Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты Эльвира Айытҡолова сығыш яһанылар. Түңәрәк өҫтәлдә Башҡортостан биләмәһендә милли спорт төрҙәрен үҫтереү һәм абруйлаштырыу мәсьәләләре тикшерелде. “Башҡортостандың үҙәк төбәгендә милли ат спорты төрҙәрен үҫтереү” тигән доклад менән Ауырғазы район хакимиәте башлығы Арыҫлан Шәһәретдинов сығыш яһаны. Яңауыл районының социаль, йәштәр сәйәсәте һәм спорты бүлеге етәксеһе Альбина Сәләхованың сығышы ошо районда “Бәйге” башҡорт ярышы үҫешенә арналғайны. Түңәрәк өҫтәл барышында Рәсәйҙең милли һәм олимпиадаға ҡарамаған спорт төрҙәре комитеты менән

Баймаҡ районында Башҡорт тоҡомо аттарының халыҡ-ара фестивале барышында “Милли ат спорты төрҙәре – традицияларҙан бөгөнгә заманға” исемле түңәрәк өҫтәл үткәрелде. Тәбрикләү һүҙҙәре менән почетлы спикерҙар Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – спорт министры Руслан Хәбибов, Рәсәйҙең милли һәм олимпиадаға ҡарамаған спорт төрҙәре комитеты президенты Борис Гришин, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе, Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты Эльвира Айытҡолова сығыш яһанылар. Түңәрәк өҫтәлдә Башҡортостан биләмәһендә милли спорт төрҙәрен үҫтереү һәм абруйлаштырыу мәсьәләләре тикшерелде. “Башҡортостандың үҙәк төбәгендә милли ат спорты төрҙәрен үҫтереү” тигән доклад менән Ауырғазы район хакимиәте башлығы Арыҫлан Шәһәретдинов сығыш яһаны. Яңауыл районының социаль, йәштәр сәйәсәте һәм спорты бүлеге етәксеһе Альбина Сәләхованың сығышы ошо районда “Бәйге” башҡорт ярышы үҫешенә арналғайны. Түңәрәк өҫтәл барышында Рәсәйҙең милли һәм олимпиадаға ҡарамаған спорт төрҙәре комитеты менән Башҡортостандың Спорт министрлығы араһында килешеү төҙөлдө. Түңәрәк өҫтәлдән һуң уның төп һығымталары буйынса резолюция ҡабул ителде. Илшат Фәрит улы ЙОСОПОВ, Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының Стратегик тикшеренеүҙәр институтының ғилми хеҙмәткәре, социология фәндәре кандидаты: - Хәҙерге көндә спорттың милли төрҙәре һабантуй, шәжәрә байрамы һәм башҡа күңел асыу сараларында ерегеп китте. Спорттың милли төрҙәре бөгөн спорт сараһы ғына түгел, ә милләт мәҙәниәтен сағылдырыу, милләтте танытыу һәм уны тергеҙеүгә йәлеп итеү ҡоралына ла әүерелә. Бөгөн Башҡортостан Республикаһының мемориал-символ сәйәсәте, шул иҫәптән махсус хәрби операция, хәрби туғанлыҡ һәм Рәсәй халыҡтарының хәрби традицияларын геройлаштырыу темалары сиктәрендә, спорттың милли төрҙәре киңерәк мәҙәни мөхиткә индерелде. Ярыштарҙа ҡатнашыусыларҙың ниндәй милләткә ҡарауы спорттың милли төрҙәренә йәлеп итеү өсөн мөһим шарт булып тормай, шул сәбәпле, бәйгеләрҙә ҡатнашыусылар иҫәбе артҡандан-арта. Спорттың милли төрҙәрен даими үткәреү һөҙөмтәһендә этник мәҙәниәттәрҙең атрибуттары, улар тураһындағы яҙмалар һаҡлана һәм быуындан-быуынға тапшырылып килә. Был саралар, ғәҙәттә, төрлө милләттәр ҡатнашлығында уҙғарыла, шуға күрә улар, этник берләшмәләрҙең йомоҡлоғон еңеп сығырға мөмкинлек бирә һәм милләт-ара мөнәсәбәттәрҙе яйға һалыуға нигеҙ булдыра. Спорттың милли төрҙәрен үҫтереүҙә уларҙы милли мәҙәниәт элементы, биләмәнең үҙенсәлекле билдәһе сифатында ҡулланыу һәм тарихи ваҡиғаларҙы тергеҙеү миҫалында мәҙәни үҙенсәлектәрҙе күрһәтеү мөһим әһәмиәткә эйә.