2025 йылдың 20 сентябрендә Өфө районындағы Шамонин ауылының һабантуй яланында III "Алтын уҡ" төбәк-ара башҡорт мәҙәниәте фестивале үтәсәк. Фестиваль башҡорт халҡының традицияларын һаҡлау, тергеҙеү һәм артабан үҫтереү, традицион уҡ атыуҙы үҫтереү һәм популярлаштырыу, йәштәрҙе башҡорт халҡының мәҙәниәтенә һәм традицияларына йәлеп итеү маҡсатында йыл һайын уҙғарыла. Сараны ойоштороусылар - Башҡортостан Республикаһының Өфө районы муниципаль район хакимиәте, Өфө районының мәҙәниәт һәм сәнғәт идаралығы һәм «Юрмаш мәргәне» уҡсылар клубы. Уҡ атыу - башҡорттар күптән шөғөлләнгән сәнғәт. Әлеге ваҡытта Олимпия уйындары программаһына ингән заманса спорт төрө. Ярыштарҙа Башҡортостан Республикаһының 15 район һәм ҡалаһынан төрлө йәш төркөмөндәге 70-кә яҡын спортсының ҡатнашыуы планлаштырыла, шулай уҡ Татарстан Республикаһынан һәм Силәбе өлкәһенән ҡатнашыусыларҙың килеүе көтөлә. Бөтә уҡсылар ҙа милли кейемдә сығыш яһаясаҡ. Ярыштарҙан тыш, фестиваль майҙансығында БР Милли музейының «Башҡорт халҡының ма