Найти в Дзене

Ҡайһы аҙыҡты микротулҡынлы мейестә йылытырға ярамай?

Мәҫәлән, әскелтем һөт ризыҡтары микротулҡынлы мейестә йылытҡан ваҡытта – файҙалы бактерияларын, йәшелсә-емештәр витаминдарын юғалта. Был бәшмәктәргә лә ҡағыла. Салат япрағын, тамыраҙыҡтарҙы бөтөнләй йылытыу кәңәш ителмәй, зыянлыға әйләнәләр. Газлы эсемлектәрҙе йылытыу ҙа насар, ҙур хәүеф тыуҙыра. Һыу, йомортҡа, һуты булған аҙыҡтарҙы ла йылытыу бик яҡшы булмауын билдәләйҙәр. Ни өсөнмө? Шыйыҡлыҡтың тиҙ генә ҡайнап сығыуы кислород бүленеүенә килтерә. Шулай уҡ ҡайһы бер аҙыҡ-түлекте йылытһаң, шартлау ҡурҡынысы янағанын да онотмаһаҡ ине. Полиэтилен япмаға уралған аҙыҡты ла йылытырға ярамағанын беләһегеҙҙер, сөнки ул юғары температурала токсиндар бүлеп сығара. Туңдырылған емеш-еләкте тиҙ генә микротулҡынлы мейестә иретеп алырға яратабыҙ. Тик улар составында булған глюкозид микротулҡынлы мейестә йылытҡанда хәүефле канцерогенға әйләнә икән. Хәтер янсығығыҙға һалып ҡуйығыҙ, сәләмәт булайыҡ, дуҫтар! Автор фотоһы.