Хәҙисә өләсәйем ҡыҙыҡһыныуын еңә алмай, тегеләрҙе йәшенә-боҫа тәҙрә аша ҡарап ҡалыуы тураһында һөйләгәйне. Түбәндәге хәл дә уның менән булған. Бер мәл өләсәйем Иҙел буйына
муйыл йыйырға юлланған. Байтаҡ ҡына йөрөп арығас, сиҙәм өҫтөнә хәл
йыйырға ятҡан. Быны серемгә тарта башлаған. Шул ваҡыт йоҡо аралаш үҙен
ниндәйҙер тауыштың өҫтө- нән төшөргә өгөтләгәнен ишеткән. Әммә йыбанған,
арыуы ла үҙенекен иткәндер инде. Уянһа, ни күрһен, йөҙө бер яҡҡа
салышайған, һөйләшергә теле әйләнмәй икән. Илай-илай ҡайтып киткән был.
Туғандары уны шунда уҡ ауылдың иң көслө муллаһына алып киткән. Дауа-
ланыр өсөн уға был мәлдә алыҫ тараф- тарҙан да ки- лер булған- дар. Әле
лә зыярат ҡылыр- ға ҡәберенә киләләр икән. Яман уйлылар- ға ел-дауыл
кеүек ҡурҡыныс кирәмәт- тәр күрһәтеп ҡайтарып ебәрә, тип тә һөйләй ҙәр.
Мулла өләсәйемде күреп ҡалыу менән: “Эй, балам, нишләп әйт- кәнде
тыңламаның, һиңә, өҫтөмдән тор, тип әйткән- дәр бит. Ҡәбер өҫтөнә
ятҡанһың. Бынан ары “бисмилла”һыҙ хатта ултырыр бул