Найти в Дзене

Юғалған Сәлимә инәйҙе нисек өс тәүлек буйы эҙләгәндәр

2025 йылдың 28 авгусында иртән Башҡортостандың «ЛизаАлерт» отрядының ҡыҙыу бәйләнеш телефонына кеше юғалыуы тураһында хәбәр килә: Йәрмәкәй районының Йәрмәкәй ауылынан Сәлимә Рәхмәтулла ҡыҙы Ғиззәтуллина, 75 йәш, буйы 165 сантиметр. 27-һе кис ул элекке йәшәү урынына бара, унан билдәһеҙ йүнәлештә китә. Туғандары юғалған ҡатынды үҙ көстәре менән эҙләй, әммә иртәнсәк ярҙам кәрәклеге аңлашыла. Өләсәй өлкән йәштә, яңылыша һәм медицина ярҙамына мохтаж. Ғаризаны мәғлүмәт координаторҙары ҡабул итә, һәм эш ҡайнай башлай. Артабан урындағы төркөмдөң етәксеһе Марат (позывнойы "Мускат") һөйләй: "Тәүге көндә үк урынға «ЛизаАлерт»тың ирекмәндәр экипаждары сыҡты - Өфө, Туймазы һәм Октябрьский ҡалаларынан. Йәйәүле төркөмдәр һәм эт менән кинолог таңға тиклем эшләне, беренсе сираттағы мөһим бурыстарҙы үтәне: инәйҙе һуңғы күргән урынды тикшерҙе һәм ауылдан сығыу юлдарын барланы. Икенсе көндө инфоргтар эҙләүҙе дауам итеү тураһында иғлан итте. Был эшкә әҙер ҡыҙҙар-егеттәрҙе алып, Өфөнән сығып китәбеҙ, ҡалған

2025 йылдың 28 авгусында иртән Башҡортостандың «ЛизаАлерт» отрядының ҡыҙыу бәйләнеш телефонына кеше юғалыуы тураһында хәбәр килә: Йәрмәкәй районының Йәрмәкәй ауылынан Сәлимә Рәхмәтулла ҡыҙы Ғиззәтуллина, 75 йәш, буйы 165 сантиметр. 27-һе кис ул элекке йәшәү урынына бара, унан билдәһеҙ йүнәлештә китә. Туғандары юғалған ҡатынды үҙ көстәре менән эҙләй, әммә иртәнсәк ярҙам кәрәклеге аңлашыла. Өләсәй өлкән йәштә, яңылыша һәм медицина ярҙамына мохтаж. Ғаризаны мәғлүмәт координаторҙары ҡабул итә, һәм эш ҡайнай башлай. Артабан урындағы төркөмдөң етәксеһе Марат (позывнойы "Мускат") һөйләй: "Тәүге көндә үк урынға «ЛизаАлерт»тың ирекмәндәр экипаждары сыҡты - Өфө, Туймазы һәм Октябрьский ҡалаларынан. Йәйәүле төркөмдәр һәм эт менән кинолог таңға тиклем эшләне, беренсе сираттағы мөһим бурыстарҙы үтәне: инәйҙе һуңғы күргән урынды тикшерҙе һәм ауылдан сығыу юлдарын барланы. Икенсе көндө инфоргтар эҙләүҙе дауам итеү тураһында иғлан итте. Был эшкә әҙер ҡыҙҙар-егеттәрҙе алып, Өфөнән сығып китәбеҙ, ҡалған экипаждар мөмкин булғанса беҙгә ҡушыласаҡ. Барыһы ла ял көндәренә лә унда ҡалырға һәм эҙләргә әҙер. Шулай уҡ урындағы күп халыҡтың һәм Сәлимә Рәхмәтулла ҡыҙының туғандары ярҙам итергә әҙер булыуы тураһында мәғлүмәттәр килә. Эҙләүҙе һөҙөмтәле ойоштороу өсөн уңайлы штаб кәрәклеген аңлайым, бина һорайым. Бик яҡшы яңылыҡ: район хакимиәте Йәрмәкәй район мәҙәниәт һарайын бирә. Кискә табан штабҡа киләбеҙ, беҙҙе урындағы халыҡ һәм полиция хеҙмәткәрҙәре көтә. Бергәләп урындағы үҙенсәлектәрҙе һәм эҙләү юлдарын тикшерәбеҙ, эҙләгән һәм әле булмаған ерҙәрҙе картала билдәләйбеҙ, төркөмдәр өсөн бурыстар билдәләйбеҙ. Был ваҡытта тағы ла ирекмәндәр килә, теркәүселәр бөтә килеүселәрҙе яҙып ала һәм ҡорамалдар бирә. БПЛА командаһы килә. Ваҡытты юғалтмайынса, тепловизорлы дронды эшләтеп ебәрәбеҙ: төнгө ваҡытта температура айырмаһы кешене һауанан һөҙөмтәле асыҡларға мөмкинлек бирә. Йәйәүле төркөмдәр төҙөйбөҙ, тәжрибәле ирекмәндәр етәкселегендә отрядты заданиеға ебәрәбеҙ. Улар төн буйына эҙләй, Сәлимә Рәхмәтулла ҡыҙы яуап бирер тип өмөтләнеп, йәшерен урындарҙы, йырындарҙы, һыу ятҡылыҡтарын ҡарай. Өләсәйҙең туғандары эҙләүҙә әүҙем ҡатнаша. Иртән арыған төркөмдәр штабҡа ҡайта, унда уларҙы эҫе һурпа һәм сәй көтә - урындағы халыҡҡа рәхмәт! Картограф бөтә үткән тректарҙы картаға индерә, шулай итеп дөйөм эҙләү картинаһы күренә; теркәүселәр ҡорамалдарҙы зарядлауға ҡуя, эҙләүселәр ҡыҫҡа ваҡытлы ялға туҡтай. Көс йыйырға кәрәк, артабан эҙләйәсәкбеҙ. Шул уҡ ваҡытта БПЛА пилотының яңы заданиеһы бар: күрше Семен-Макар ауылында өләсәйҙе күреүҙәре ихтималлығы тураһында хәбәр килә, һауанан эргә-тирәләге ерҙәрҙе ҡарарға кәрәк. Был ваҡытҡа кешеләр бер аҙ ял итте һәм яңынан эшкә тотонорға әҙер, шулай уҡ яңы ирекмәндәрҙең килеүен көтәбеҙ. Һәм ҡапыл миңә күптән көтөлгән хәбәр килә: өләсәйҙе улы йәшәгән урындан бер нисә километр алыҫлыҡта, тау битләүендә, урман ситендәге яланда табып ала! Өс тәүлек урманда булыуына ҡарамаҫтан, ул иҫән һәм һау-сәләмәт!Штабҡа хәбәр итәм, бөтәһенең дә шатлығы ҙур. Эҙләүгә киткән төркөмдәрҙе кире ҡайтарабыҙ һәм еңел һулап таралышабыҙ. Йәрмәкәй халҡының ғәжәп берҙәмлеген һәм битараф булмауын билдәләп үтергә теләйем. Бөтә халыҡ был юғалыу, эҙләү тураһында белә һәм Сәлимә Рәхмәтулла ҡыҙы өсөн борсола ине. Хатта күрше Бәләбәйҙән дә кешеләр килде. Был бик яҡшы, бындай хәлдә һәр ярҙам бик мөһим. Һәм, әлбиттә, ярҙам итеү өсөн алыҫ юлға сыҡҡан һәм ситтән тороп эҙләүҙә ҡатнашҡан бөтә ҡәрҙәштәргә ҙур рәхмәтемде белдерәм. Һеҙ - иң яҡшы команда!" Бына шулай, һәр юҡалған кешене эҙләү ҙә күп көс һәм ойошҡанлыҡ, берҙәмлек талап итә. Аҡлы-йәшелле күлдәк, аҡ сәскәле һоро кофта кейгән, аҡ яулыҡ ябынған ҡыҙыл тапочкалағы инәйҙе эҙләү, Аллаға шөкөр, шулай яҡшы тамамланған. Сәлимә инәйҙең ҡыҙы Руфина Шайғанова ирекмәндәргә рәхмәт әйтә һәм, әсәйем әле үҙен яҡшы тоя, ул үҙ аяғында йөрөй, ти. Яҡшы кешеләр күп был донъяла. Ә Башҡортостандың "ЛизаАлерт" эҙләү отряды һәр саҡ ярҙамға килергә әҙер. Яҡынығыҙ бәләгә тарыһа, телефондары: 8(800)700-54-52. Фото: Ғиззәтуллиндарҙың шәхси архивынан.