Мин - әсәйемдең 40 йәштә тапҡан берҙән-бер балаһы. Тыуыуым менән атай тигән кеше беҙҙе ташлап киткән. Әсәйем башҡа кейәүгә лә сыҡманы, бүтән бала ла тапманы. Атайһыҙ, ағай-һеңлеләрһеҙ үҫәм тип бер ҡасан да бошонманым, әсәйем менән икебеҙгә рәхәт ине. Уҡытыусы булып эшләне ул, хеҙмәт хаҡы әллә ни ҙур булмаһа ла, беҙгә етеп торҙо, миңә нимә кәрәк, барыһын да ала торғайны. Мәктәпте тамамлағас, ауылда әсәйемде яңғыҙын ҡалдырып, ҡалаға уҡырға киттем. Ә унда инде икенсе тормош башланды. Яңы дуҫтар, егеттәр. Уҡып бөтөүгә кейәүгә сыҡтым, ике йылдан ҡыҙыбыҙ тыуҙы. Ял һайын бергәләп ауылыма ҡайтып торҙоҡ. Ирем әсәйемә ихтирам менән ҡараны, ихаталағы бөтә ир-ат эшен башҡарып ҡуя ине. Һәүетемсә генә йәшәп ятҡанда ғаиләбеҙгә бәлә килде: етмеш йәшкә етеп килгән әсәйем инсульт кисерҙе. Уға тиклем бер ниндәй ҙә етди сир менән ауырыманы, ныҡ ине. Яҡыным район дауаханаһына реанимацияға эләкте. Уның йығылғанын күршеһе һуң ғына күреп ҡалған, ҡаланан “Ашығыс ярҙам” килеп еткәнсе әллә күпме ваҡыт әрәм ителг