Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Вуз-ара кампус резиденты акселерация программаһы өсөн алты миллион һум отҡан

Вуз-ара студенттар кампусы резиденты – Өфө фән һәм технологиялар университеты – «Технология» федераль проекты сиктәрендә акселерация программаһын тормошҡа ашырыуға алты миллион һум күләмендә грант алды. Аҡса уйындар, креатив индустриялар һәм цифрлы технологиялар өлкәһендә технологик эшҡыуарлыҡтың буласаҡ лидерҙарын әҙерләү өсөн «Gamelab: уйын революцияһы» интенсив программаһын башлауға йүнәлтелгән. Программала ҡатнашыусылар шулай уҡ «Студент стартапы» конкурсы йомғаҡтары буйынса бер миллион һум күләмендә өҫтәмә грантҡа дәғүә итә ала. Акселератор - ул белем биреү курсы түгел, ә технологик эшҡыуарлыҡтың буласаҡ лидерҙары өсөн тулы ҡеүәтле старт комплексы, ти Проект эше һәм эшҡыуарлыҡ идаралығы начальнигы, «Яңы бизнес территорияһы» студенттар эшҡыуарлығы үҙәге етәксеһе Зөлфиә Садиҡова. Программаны тамамлаусылар Инновацияларға булышлыҡ итеү фондынан «Студент стартапы» конкурсында ҡатнашыуға ғаризаның балл хаҡын арттырыусы сертификат аласаҡ. Был үҙ проектын үҫтереүгә бер миллион һум күләмен

Вуз-ара студенттар кампусы резиденты – Өфө фән һәм технологиялар университеты – «Технология» федераль проекты сиктәрендә акселерация программаһын тормошҡа ашырыуға алты миллион һум күләмендә грант алды. Аҡса уйындар, креатив индустриялар һәм цифрлы технологиялар өлкәһендә технологик эшҡыуарлыҡтың буласаҡ лидерҙарын әҙерләү өсөн «Gamelab: уйын революцияһы» интенсив программаһын башлауға йүнәлтелгән. Программала ҡатнашыусылар шулай уҡ «Студент стартапы» конкурсы йомғаҡтары буйынса бер миллион һум күләмендә өҫтәмә грантҡа дәғүә итә ала. Акселератор - ул белем биреү курсы түгел, ә технологик эшҡыуарлыҡтың буласаҡ лидерҙары өсөн тулы ҡеүәтле старт комплексы, ти Проект эше һәм эшҡыуарлыҡ идаралығы начальнигы, «Яңы бизнес территорияһы» студенттар эшҡыуарлығы үҙәге етәксеһе Зөлфиә Садиҡова. Программаны тамамлаусылар Инновацияларға булышлыҡ итеү фондынан «Студент стартапы» конкурсында ҡатнашыуға ғаризаның балл хаҡын арттырыусы сертификат аласаҡ. Был үҙ проектын үҫтереүгә бер миллион һум күләмендә грант өсөн көрәштә ҙур өҫтөнлөк. Ҡатнашыу өсөн Акселераторҙың рәсми телеграм-каналында теркәлергә мөмкин. Белешмә. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Президент Владимир Путин ҡушыуы буйынса Рәсәйҙә заманса кампустар селтәре булдырыла. 2030 йылға илдә 25 кампустан торған селтәр барлыҡҡа килергә тейеш. Был йүнәлеш буйынса эште РФ Хөкүмәте һәм Рәсәй Мәғариф һәм фән министрлығы алып бара. Әлеге ваҡытта «Йәштәр һәм балалар» милли проекты ярҙамында 24 ошондай студент ҡааласығы проектлана һәм төҙөлә. 2036 йылға кампустар һаны 40-ҡа тиклем артасаҡ. Өфө вуз-ара кампусы проекты - 4,3 мең кешегә иҫәпләнгән торлаҡ биналары, уҡыу-ғилми комплексы, лабораториялары, эшлекле зоналары, магазиндары, уңайлы скверҙары һәм башҡа уңайлы ҡала мөхите объекттары булған студенттар өсөн урын. Сығанаҡ: https://pravitelstvorb.ru/news/27465/