Быйылғы ярты йылда Башҡортостанда бер миллион квадрат метр торлаҡ сафҡа индерелгән. Был хаҡта республика Хөкүмәтенең күптән түгелге оператив кәңәшмәһендә әйттеләр. Ә 2024 йылда республика төҙөүселәре рекордлы 3,3 миллион квадрат метр торлаҡты файҙаланыуға тапшырғайны, 122 мең ғаилә торлаҡ шарттарын яҡшыртты. Республикала торлаҡ менән тәьмин итеү күрһәткесе бер кешегә 30 квадрат метрға еткән. Торлаҡ төҙөү генә түгел, уның тирә-яғын күркәмләндереү, халыҡ тормошо өсөн уңайлыраҡ итә барыу буйынса ла ҙур эш башҡарыла Башҡортостанда. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 21 августа Ҡазанда Бөтә Рәсәй бәләкәй ҡалаларҙы һәм тарихи ауылдарҙы үҫтереү форумында илдең Төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы уңайлы ҡала мөхитен булдырыу буйынса иң яҡшы проекттар конкурсы еңеүселәрен иғлан итте. – Беҙ 10 ғариза тапшырғайныҡ, шуларҙың бишәүһе еңде. Октябрьский, Дүртөйлө, Шишмә, Үрге Йәркәй һәм Кушнаренко. Федераль аҡса күләме — яҡынса 500 миллион һум. Шуға күрә йәһәт кенә эшкә тотонорға кәрәк, — тине Башҡ