Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Өфө уҡыусыһы Бөтә Рәсәй конкурсында өсөнсө урын яулаған

Өфө уҡыусыһы Бөтә Рәсәй конкурсында өсөнсө урын яулаған Өфөнөң 115-се гимназияһы уҡыусыһы Жасмин Рәхимова Бөтә Рәсәй “ТрудКрут” һөнәри оҫталыҡ конкурсында өсөнсө урын алған. Ул Пермдә үҫмерҙәрҙеңхеҙмәт отрядтары слеты сиктәрендә үткән. “Бауырһаҡ” отряды командиры, идара итеү алыштарын, интеллектуаль заданиеларҙы һәм презентацияны яҡлауҙы үҙ эсенә алған конкурс һынауҙарын уңышлы үткән. Сара Рәсәйҙең 30 төбәгенән 300-ҙән ашыу ҡатнашыусыны берләштерҙе. РСО күҙәтеү советы рәйесе Михаил Киселев билдәләүенсә, иртә һөнәри йүнәлеш һәм хеҙмәт тәжрибәһе үҫмерҙәрҙе заманса хеҙмәт баҙарына әҙерләү өсөн бик мөһим. Ул 2025 йылда 50 меңдән ашыу үҫмерҙең студенттар отрядтары составында эшләүен һыҙыҡ өҫтөнә алды. Слет сиктәрендә шулай уҡ төбәк бүлексәләре етәкселәренең кәңәшмәһе үтте, унда яңыраҡ ҡануниәттәге үҙгәрештәргә ярашлы үҫмерҙәр өсөн эшкә урынлашыуҙың яңы мөмкинлектәрен тикшерҙеләр. Хәҙер бәлиғ булмағандар ял һәм байрам көндәрендә мәшғүллек хеҙмәте ярҙамында йәки РСО составында йәйге каникулда

Өфө уҡыусыһы Бөтә Рәсәй конкурсында өсөнсө урын яулаған Өфөнөң 115-се гимназияһы уҡыусыһы Жасмин Рәхимова Бөтә Рәсәй “ТрудКрут” һөнәри оҫталыҡ конкурсында өсөнсө урын алған. Ул Пермдә үҫмерҙәрҙеңхеҙмәт отрядтары слеты сиктәрендә үткән. “Бауырһаҡ” отряды командиры, идара итеү алыштарын, интеллектуаль заданиеларҙы һәм презентацияны яҡлауҙы үҙ эсенә алған конкурс һынауҙарын уңышлы үткән. Сара Рәсәйҙең 30 төбәгенән 300-ҙән ашыу ҡатнашыусыны берләштерҙе. РСО күҙәтеү советы рәйесе Михаил Киселев билдәләүенсә, иртә һөнәри йүнәлеш һәм хеҙмәт тәжрибәһе үҫмерҙәрҙе заманса хеҙмәт баҙарына әҙерләү өсөн бик мөһим. Ул 2025 йылда 50 меңдән ашыу үҫмерҙең студенттар отрядтары составында эшләүен һыҙыҡ өҫтөнә алды. Слет сиктәрендә шулай уҡ төбәк бүлексәләре етәкселәренең кәңәшмәһе үтте, унда яңыраҡ ҡануниәттәге үҙгәрештәргә ярашлы үҫмерҙәр өсөн эшкә урынлашыуҙың яңы мөмкинлектәрен тикшерҙеләр. Хәҙер бәлиғ булмағандар ял һәм байрам көндәрендә мәшғүллек хеҙмәте ярҙамында йәки РСО составында йәйге каникулда эшләй ала. Быйыл юбилейын билдәләгән “Рәсәй студенттар отрядтары” дөйөм Рәсәй йәштәр йәмәғәт ойошмаһының Башҡортостан төбәк бүлексәһе эш барышында ете эшмәкәрлек йүнәлеше буйынса 50 меңдән ашыу белгес әҙерләгән. Хәрәкәткә трудкрут.сом сайты йәки 8 800 770 0 117 кол-үҙәк телефоны аша ҡушылырға мөмкин. Мәғлүмәт:https://mgazeta.com/news/novosti/2025-09-09/ufimskaya-shkolnitsa-zanyala-tretie-mesto-na-vserossiyskom-konkurse-profmasterstva-4380941