Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Ҡыйыу йөрәкле табип

Ҡараңғы ваҡытта яҡты кешеләр асыҡ күренә, тиҙәр. Махсус хәрби операция башланыу менән замандаштарыбыҙҙың ни тиклем изге күңелле, берҙәм, илһөйәр булыуына, дөйөм илебеҙҙең һәм башҡа кешеләрҙең проблемаларына ҡарата ғәмһеҙ түгеллегенә шаһитбыҙ. Республика стоматологияһы поликлиникаһының теш табибы Диана Гәрәева ла - ошондай изге күңелле лә, ҡыйыу ҙа гүзәл заттарыбыҙҙың береһе. Ҡыҙ аҡ халатлы хеҙмәттәштәренең махсус операция барған ергә юлланасаҡтары хаҡында ишеткәс, уларға ҡушылырға теләк белдерә. Унда 47 көн дауамында булып, хеҙмәттәштәре менән яугирҙәрҙең тешен дауалайҙар. Ғаиләһенән – тормош иптәшенән, алмалай ике игеҙәк ҡыҙынан, ата-әсәһенән, туғандарынан айырылыу ауыр булһа ла, ҡарары ныҡлы була уның. – Иң ауыры был хаҡта яҡындарыма хәбәр итеү булды. Әммә тормош иптәшем дә, атай-әсәйем дә мине аңлап ҡабул иттеләр, ҡаршы килмәнеләр. Теләйһең икән, бараһың инде, тинеләр. Табип булараҡ төп миссиябыҙ – кешеләргә ярҙам итеү. Ә яугирҙәребеҙ был ярҙамға мохтаж саҡта ситтә ҡала алманым, бу

Ҡараңғы ваҡытта яҡты кешеләр асыҡ күренә, тиҙәр. Махсус хәрби операция башланыу менән замандаштарыбыҙҙың ни тиклем изге күңелле, берҙәм, илһөйәр булыуына, дөйөм илебеҙҙең һәм башҡа кешеләрҙең проблемаларына ҡарата ғәмһеҙ түгеллегенә шаһитбыҙ. Республика стоматологияһы поликлиникаһының теш табибы Диана Гәрәева ла - ошондай изге күңелле лә, ҡыйыу ҙа гүзәл заттарыбыҙҙың береһе. Ҡыҙ аҡ халатлы хеҙмәттәштәренең махсус операция барған ергә юлланасаҡтары хаҡында ишеткәс, уларға ҡушылырға теләк белдерә. Унда 47 көн дауамында булып, хеҙмәттәштәре менән яугирҙәрҙең тешен дауалайҙар. Ғаиләһенән – тормош иптәшенән, алмалай ике игеҙәк ҡыҙынан, ата-әсәһенән, туғандарынан айырылыу ауыр булһа ла, ҡарары ныҡлы була уның. – Иң ауыры был хаҡта яҡындарыма хәбәр итеү булды. Әммә тормош иптәшем дә, атай-әсәйем дә мине аңлап ҡабул иттеләр, ҡаршы килмәнеләр. Теләйһең икән, бараһың инде, тинеләр. Табип булараҡ төп миссиябыҙ – кешеләргә ярҙам итеү. Ә яугирҙәребеҙ был ярҙамға мохтаж саҡта ситтә ҡала алманым, бурысымды үтәргә тейешмен, тинем. Был уй күптәндән – махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар беҙгә дауаланырға килә башлағандан бирле минең башта бар ине. Улар ике аҙналыҡ ҡына ялдарында тештәрен дауалап өлгөрмәйҙәр, шуға яугирҙәрҙе аңлай ҙа, йәлләй ҙә инем һәм шул саҡта уҡ барырға кәрәк, тип уйлап ҡуйғайным, - ти Диана Вәсим ҡыҙы. Ялан шарттарында мобиль стоматологик комплекс урынлаштырып, биш кешенән торған бригадалары менән 1,5 ай дауамында хәрбиҙәргә медицина ярҙамы күрһәтә табиптар. Иртәнән кискә тиклем ял көндәрһеҙ эшләргә тура килә уларға. Хәрбиҙәр көнкүреш буйынса һәм дөйөм ойоштороу эштәрендә ярҙам итә һәм һәр саҡ терәк була. Диана был осорҙа 402 пациентты хеҙмәтләндереп, яҡынса 800 теш дауаларға өлгөрә. Хәрбиҙәрҙән тыш, урындағы халыҡты ла ҡабул итә аҡ халатлылар. Һөйләүенсә, Башҡортостан егеттәрен күп осраталар. - Дауаланыу өсөн килгән яугирҙәр менән ике-өс минут тирәһе аралашып алыу мөмкинлеге бар ине. Уларҙың рух ныҡлығы, илһөйәрлеге, етдилеге һоҡландырҙы. Кәйефтәре хәрбиҙәрсә, илһөйәрҙәрсә, позитив булыуы беҙгә лә йоҡто, күңелебеҙҙе күтәрҙе. Төндәрен һағынып, мендәр ҡосаҡлап илаған саҡтар булһа ла, эш барышында беҙ ҙә пациенттарыбыҙ алдында моңһоуланып, насар кәйеф күрһәтмәнек, яҡты йөҙ, тәмле һүҙ, яғымлылыҡ менән позитив өләшергә тырыштыҡ. Беҙҙең тыныслығыбыҙ өсөн көрәшеүсе хәрбиҙәребеҙгә аҙ ғына булһа ла ярҙамым тейә алыуына шатмын. Унан әйләнеп ҡайтҡас, ябайлыҡта – бөйөклөк тигән төшөнсәнең мәғәнәһен нығыраҡ аңланым. Беҙҙә кешеләрҙең үҙҙәренә юғарыраҡ планка ҡуйыуы асыҡ күренде. Рухлыраҡ, тыныс һәм татыу булырға һәр һәр саҡ бер-береңә ярҙам итергә кәрәк, - тигән теләктәрен еткерҙе изге йөрәкле ҡыйыу табип. Эйе, яугир егеттәребеҙ генә түгел, гүзәл заттарыбыҙ ҙа беҙҙең еңеүселәр тоҡомонан булыуыбыҙҙы иҫбат итә бөгөн. Эльнара ШАЙМАРҘАНОВА. Өфө ҡалаһы. Фото: Д.Гәрәеваның шәхси архивынан.