Яндан уҡ атыу – башҡорт халҡына тәбиғәттән һалынған һыҙаттарҙың береһе, элек-электән һаҡланып, быуындан-быуынға күсеп килгән матур йолабыҙ. Борон замандан бөгөнгә тиклем был милли спорт төрөнөң һаҡланып ҡалыуы – ҡыуаныслы күренеш. Уҡ – иң боронғо ҡорал төрҙәренең береһе. Элек-электән башҡорттарҙа ат сабыштары, билбау көрәше һәм уҡ атыу ысын ир-егеттәр өсөн лайыҡлы шөғөл һаналған, ҡатын-ҡыҙҙар ҙа үҙен мәргәнлектә һынаған. Әйткәндәй, тарихҡа күҙ һалһаҡ, 1812 йылғы Ватан һуғышында башҡорт мәргәндәре хатта бөйөк Гетеның алдында уҡ атып күрһәткән. Бөгөн дә ул – мауыҡтырғыс спорт төрө, маһирлыҡ һәм етеҙлек билдәһе. Ғөмүмән, спорт – ул үҙенә күрә сәнғәт, юғары мәҙәниәт. Уның өсөн һәләт, тырышлыҡ, сәмселлек, хатта барлыҡ күңелеңде һалыу ҙа, яратыу ҙа кәрәк. Тағы спорт командала эшләргә, бер-береңде күтәрергә, ҡеүәтләргә, йыуатырға һәм терәк булырға өйрәтә. Күптән түгел күрше Татарстандың Әлмәт ҡалаһында уҡ атыусылар араһында үткәрелгән турнир ошо һүҙҙәрҙең хаҡлығын йәнә бер тапҡыр иҫбатланы. Ә