Благовещен районының Үрге Иҙәк ауылында яңы модулле фельдшер-акушерлыҡ пункты асылды. Уны төҙөү “Оҙайлы һәм әүҙем тормош” милли проектын (национальный проект “Продолжительная и активная жизнь”) тормошҡа ашырыу һөҙөмтәһендә мөмкин булды, тип хәбәр иттеләр республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан. Яңы фельдшер-акушерлыҡ пункты заманса талаптарға һәм стандарттарға ярашлы булдырылды. Ул халыҡҡа сифатлы медицина ярҙамы күрһәтеү һәм персоналдың уңайлы эшләүе өсөн кәрәкле бөтә нәмә менән йыһазландырылған. Бында фельдшер кабинеты, күҙәтеү, процедура бүлмәһе, пациенттар өсөн көтөп тороу бүлмәһе, санузел, персонал өсөн бүлмәләр, медикаменттар һаҡлау урыны бар. Бында беренсел медицина-санитар ярҙамды Үрге Иҙәк ауылы, Уразбай, Шариповка, Успенка һәм Торновка ауылдары халҡы аласаҡ, дөйөм халыҡ һаны 514 кеше тәшкил итәсәк. “Һанлы фельдшер-акушерлыҡ пункты” проекты ярҙамында хәҙер халыҡҡа һанлы медицина хеҙмәттәре күрһәтеләсәк. Фельдшер ваҡытлыса эшкә яраҡһыҙлыҡ ҡағыҙын дистанцион рәүештә аса, элек
Благовещен районында яңы фельдшер-акушерлыҡ пункты асылды
21 сентября 202521 сен 2025
1 мин