Ишембай районы Урман-Бишҡаҙаҡ мәктәбенә Башҡортостандың киң мәғлүмәт сараларының атҡаҙанған хеҙмәткәре Уйылдан Ғәлин исеме биреләсәк.
Ошо турала Хөкүмәт рәйесе урынбаҫары Азамат Абдрахманов хеҙмәттәшебеҙ Уйылдан Ғәлин иҫтәлегенә арналған волейбол турнирын асыу тантанаһында белдерҙе. Беренсе тапҡыр уҙғарылған ярышта республика гәзит һәм журналдары, телевидение һәм радио хәбәрселәре, хөкүмәт ағзалары, Ишембай районы хакимиәте, урындағы мәктәп уҡытыусылары, коллегабыҙ туғандары командалары көс һынашты. Турнир маҡсаты - Уйылдан Ғәлин иҫтәлеген мәңгеләштереү. Был тәҡдим Ишембай районы хакимиәте тарафынан ыңғай ҡабул ителде. Хәҙер ярышты йыл да уҙғарыу ҡарала.