"Кузнецов затоны"нда 2200 урынлыҡ мәктәп төҙөлә. 34 мең квадрат метрҙан ашыу майҙанлы яңы белем биреү учреждениеһында дүрт спорт һәм тамаша залы, махсуслаштырылған дизайн, фото һәм кино төшөрөү, театр студияһы, нәшриәт үҙәге, робот техникаһы кабинеттары бар һәм интерактив 3D-класс йыһазландырыла. Мәктәп биләмәһендә мини-футбол, баскетбол, теннис өсөн спорт майҙансыҡтары, шулай уҡ йүгереү юлдары һәм тренажерҙар урынлаштырыла. Ғәҙәти булмаған архитектуралы - "А" хәрефе формаһындағы бина зоналарға бүленә - түбән класс уҡыусылары, урта звено һәм аҙыҡ блогы өсөн айырым блоктар ҡаралған. Уҡыу кабинеттары тәбиғи яҡтылыҡ менән мөмкин тиклем яҡтыртыласаҡ. Шулай уҡ эргә-тирәләге биләмәлә ял итеү зоналары, уйын майҙансыҡтары, башланғыс мәктәп уҡыусылары өсөн участка һәм уҡыу баҡсаһы булдырыласаҡ. Был - Волга буйы федераль округында иң ҙур мәктәп. -Уҡыусылар бында өсөнсө сиректән, яңы йыл каникулдарынан һуң уҡый башлар, тип планлаштырабыҙ, – тип билдәләне Радий Хәбиров. Шмидт ауылында 160 тәрбиәләнеүсегә иҫәпләнгән балалар баҡсаһы менән берләштерелгән 640 урынлыҡ заманса белем биреү үҙәге төҙөлөшө дауам итә. Проект буйынса мәктәп һәм мәктәпкәсә учреждение айырым биналарҙа урынлашҡан, был уҡыу ағымдарын айырырға мөмкинлек бирәсәк. Бында технологик һәм инженерлыҡ белемгә айырым иғтибар биреләсәк. Учреждение Өфөлә тыуып үҫкән, хәрби бурысын үтәгәндә һәләк булған өлкән лейтенант Илдар Суфияровтың исемен йөрөтәсәк. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 18 сентябрҙә Радий Хәбиров яугир менән хушлашыу тантанаһында ҡатнашты. - Шмидт мәктәбен күптән көтәләр. Ул шунда уҡ уҡыусылар менән тулыр, тип ышанам. Беҙ уны, республикалағы башҡа ҡайһы бер белем биреү учреждениелары кеүек үк, концессия килешеүе буйынса төҙөйбөҙ. Һәм, әлбиттә, уның Рәсәй Геройы исемен йөрөтөүе бик мөһим, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Башҡортостан Башлығы.
"Кузнецов затоны" биҫтәһендәге мәктәп киләһе йыл башында ишеген аса
20 сентября20 сен
1 мин