Урман хужалыҡтары ҡырҡылған урманға алмашҡа ултыртыласаҡ ағас үҫентеләрен үҫтереү менән шөғөлләнә, тигән ҡараш йәшәй, әммә һуңғы йылдарҙа шәхси эшҡыуарҙарҙың да был эшкә тотоноуы ғәҙәти күренешкә әйләнеп бара, хатта дәүләт хәстәрлегендә эшләгән урман хужалыҡтарына көнәркәшлек тә тыуҙыра алырлыҡ кимәлгә тиклем үҫкәндәр. Был йәһәттән белореттар айырыуса өлгөр булып сыҡты. Шундай уңғандарҙың береһе – эшҡыуар Алексей Балбеков. Ул сығышы менән Белорет районының Тирлән ауылынан. Бәхетте ситтән эҙләмәй, ә бәхет уны ситтән эҙләп таба – егет, 1995 йылда университет тамамлап эшкә килгән йәш белгес Анна Ежикованы осратып, ғаилә ҡора. Бөгөн Алексей Владимирович эшҡыуар, урмансылыҡ менән шөғөлләнә, ә тормош иптәше – уның уң ҡанаты, төп ярҙамсыһы. Шуға ла, урман эше – ир-егеттәр шөғөлө, тип иҫәпләнһә лә, Белорет тарафтарында ҡатын-ҡыҙҙар ҙа был йәһәттән тос өлөш индерә. Анна Ежикова ла һөнәре буйынса инженер-геолог булһа ла, эшһеҙ ҡалғас, үҙен ошо тармаҡҡа бағышлай. Ул сығышы менән Брянск өлкәһенән. 1995 йылда университет тамамлаған йәш белгесте “Башгеология” йәмғиәтенә эшкә ебәрәләр. Тик ике йылдан предприятие ябыла, ҡатын эшһеҙ ҡала. 2008 йылда шәхси предприятиеһын асып, ире Алексей Балбеков менән бергә эшләйҙәр. Ағас әҙерләү буйынса бригадалары бар. “Селена”, “Башлес” кеүек ҙур ҡуртымсылар менән хеҙмәттәшлек итеп, был предприятиеларҙың диләнкәләрен эшкәртәләр һәм аҙаҡ ҡырҡындылар урынына ағас ултырталар. “Улар ултыртҡан үҫентеләр яҡшы үҫеп китә, 100 процент самаһы тиһәк тә, арттырыу булмаҫ. Эштәренә яуаплы ҡарайҙар”, – тип уларҙы урмансылар ҙа маҡтап тора. Шулай уҡ эшҡыуар минераль һыҙаттар һөрөү, ял урындарын төҙөкләндереү, урманға сыйырсыҡ оялары ҡуйыу кеүек “йәшел ҡалҡан” тормошона бәйле бихисап бурысты уңышлы атҡара. – Әле “Селена” Тирләндә төп эш биргән предприятие иҫәпләнә, шулай уҡ беҙҙең кеүек бәләкәй эшҡыуарлыҡ объекттары ла уның менән хеҙмәттәшлек итеп көн күрә, – ти Анна Николаевна. Бынан тыш, тәүге йылдарҙа ҡортсолоҡ менән шөғөлләнеп ала, әммә һуңғы осорҙа ваҡыт етмәүгә бәйле был йүнәлеш артҡы планға күскән. “Умарталарҙы күсереп йөрөтмәнек, шуға ла үҙебеҙ, туғандарыбыҙ өсөн генә бал йыйҙыҡ”, – ти хужабикә. – Ағас әҙерләү менән шөғөлләнгәс, ҡырҡҡан диләнкәне тергеҙергә тейешбеҙ. Тәүҙә әҙер үҫентеләр алып ултырттыҡ, бик ҡиммәткә төшә ине. Шуға күрә лә 2020 йылдан үҙебеҙ сәсергә ҡарар иттек. Бик мауыҡтырғыс шөғөл, ҡомар тыуҙыра. Һөҙөмтәгә өлгәшергә ынтылаһың – был бик шәп күренеш. Был шөғөл үҙен аҡлай. Асыҡ һауа шарттарында үҫтереү ауыр тойолдо, шуға ла ябыҡ тамыр системаһы алымын ҡулланабыҙ. Картуф баҡсаһына теплица эшләп, шунда ултырта башланыҡ. Әле 230 меңдән ашыу үҫенте бар, – ти Анна Николаевна. Ире урман эшенән бушамай, шуға ла ағас үҫентеләрен үҫтереү, тәрбиәләү Анна Ежикова иңендә. Был эште оло һөйөү менән башҡарыуы теплицаға ингәс тә сағыла. Уның кассетаға сәскән үҫентеләре 100 процент һөҙөмтә менән үҫеп ултыра. Көндәр һыуытһа, был үҫентеләрҙе асыҡ һауаға ҡышҡылыҡҡа сығаралар. Ҡар аҫтында улар тағы ла сынығып нығына, һыуыҡтарға ла бирешмәй. Эшҡыуарҙар үҫентеләрҙе диләнкәгә ултырып тәрбиәләй. Артып ҡалған үҫентеләрҙе башҡа предприятиеларға һаталар. Ағас ултыртыу кампанияһында ауылдаштары ла ихлас ҡатнаша. – 2023 йылда Силәбе өлкәһенең Уй урмансылығында 24 гектар майҙанда компенсация урманын тергеҙҙек. Ауылдаштар менән бергә барып, ун көн палаткаларҙа йәшәп, ағас ултырттыҡ. Ғөмүмән, экологик йүнәлештәге эш булғас, миңә был шөғөл оҡшай, киләсәк быуын өсөн урман үҫтерәбеҙ бит. Үҙем Брянск өлкәһенән булһам да, бындағы тәбиғәт оҡшай, урманды яратам, – ти уңған ҡатын. Тәбиғәткә ғашиҡ Анна Николаевна балаларында ла тәбиғәткә һөйөү тәрбиәләүгә өлгәшкән. Ҡыҙы ла экологка уҡып сыҡҡан, Екатеринбургта һөнәре буйынса эшләй. Улы урман технологияларын үҙләштереп белем алған. Контракт нигеҙендә хеҙмәт итә, әле махсус хәрби операцияла Ватан һағында. Анна Николаевна белдереүенсә, элек ҡуртымсы предприятиелар ағас ултыртыуға илке-һалҡы ҡарай ине, хәҙер иһә контроль көслө. Алдағы йылдарҙа сәселмәй ҡалған диләнкәләрҙе тергеҙеүҙе талап итәләр, шуға ла ҡуртымсылар был эшкә яуаплы ҡарай. Рәмилә МУСИНА фотоһы.