Найти в Дзене

Септә һуға, һалабаш һыҙыра

Халҡыбыҙҙың онотола барған шөғөлдәрен үҙ иткән оҫталарҙың береһе–Рим Аллаяров. Ата–бабаларҙың шөғөлөн дауам иткән, бөгөн дә септә һуғыу менән шөғөлләнгән һөнәрмән Белорет районы Баҡый ауылынан. Һуңғы йылдарҙа “Башҡорт аты” фетивале үткәрелеүҙәнме, әллә йылҡысылыҡҡа, аттарға ҡарата иғтибарҙың артыуынанмы септә һатып алырға теләк белдереүселәрҙең һаны йылдан–йыл арта. Белорет районы оҫтаһының күргәҙмәгә алып килгән әйберҙәре тиҙ арала һатылып та бөттө, хатта заказ биреүселәр ҙә байтаҡ булды,–ти хужа. Кемдәр ат тота йә иһә ат менән булышыусылар септәнең нимә икәнлеген һәм уны нисек файҙаланырға кәрәклеген беләлер. Электән уны ат өҫтөнә ябыу өсөн файҙаланғандар. Бөгөн күптәр уны төрлө күргәҙмәләргә, ат ярыштарында күрһәтеү өсөн ҡуллана тиһәк тә була. Сөнки септә һуғыу еңел эш түгел. Беренсенән, уның өсөн өлгөргән һалабаш таҫмалары кәрәк. Ә уны эшләү өсөн һалабаш батырыу мотлаҡ. Рим Йәмних улы әйтеүенсә, йәй башында йүкәнең ҡабығын һыҙырып, Кесе Шешәнәк, Еҙем, Оло Шешәнәк йылғаларына батыра

Халҡыбыҙҙың онотола барған шөғөлдәрен үҙ иткән оҫталарҙың береһе–Рим Аллаяров. Ата–бабаларҙың шөғөлөн дауам иткән, бөгөн дә септә һуғыу менән шөғөлләнгән һөнәрмән Белорет районы Баҡый ауылынан. Һуңғы йылдарҙа “Башҡорт аты” фетивале үткәрелеүҙәнме, әллә йылҡысылыҡҡа, аттарға ҡарата иғтибарҙың артыуынанмы септә һатып алырға теләк белдереүселәрҙең һаны йылдан–йыл арта. Белорет районы оҫтаһының күргәҙмәгә алып килгән әйберҙәре тиҙ арала һатылып та бөттө, хатта заказ биреүселәр ҙә байтаҡ булды,–ти хужа. Кемдәр ат тота йә иһә ат менән булышыусылар септәнең нимә икәнлеген һәм уны нисек файҙаланырға кәрәклеген беләлер. Электән уны ат өҫтөнә ябыу өсөн файҙаланғандар. Бөгөн күптәр уны төрлө күргәҙмәләргә, ат ярыштарында күрһәтеү өсөн ҡуллана тиһәк тә була. Сөнки септә һуғыу еңел эш түгел. Беренсенән, уның өсөн өлгөргән һалабаш таҫмалары кәрәк. Ә уны эшләү өсөн һалабаш батырыу мотлаҡ. Рим Йәмних улы әйтеүенсә, йәй башында йүкәнең ҡабығын һыҙырып, Кесе Шешәнәк, Еҙем, Оло Шешәнәк йылғаларына батыралар.Ул унда өс ай тирәһе ята.Һәр оҫтаның үҙ урыны бар. Ҡабыҡ эсендәге ағасты кемдер бағана өсөн файҙалана. Башҡарылған ошо эш һалабаш батырыу тип атала.Тәғәйен ваҡыт үткәс,һалабаш төшөрөлә,йәғни, һөргө ярҙамында ул ипләп кенә һыҙырылып алына. Алынған әйбер–йүкә йыуғысы булып сыға ла инде.Тәүҙә яҡшылып йыуалар,уны һуҙып,тетеп ,йәғни,таратып алһаң да була.Бөгөн күптәр уны мунсала файҙалана,ҡош-ҡорт аҫраусылар йүкә менән ҡошто өткәндән һуң,тиреһен таҙартыу өсөн ҡуллана Ә инде септә һуғыу өсөн махсус станок кәрәк, ул арҡау тип тә атала. Йылҡы малының кәүҙәһенә ҡарап, ул 1,5-1.3 метр тирәһе була. Һалабаш таҫмалары ике яҡлап урынлаштырыла, һәр таҫма туҡмаҡҡа беркетелә. Был эште күмәкләп башҡарғанда тиҙ ҙә һәм уңайлы ла килеп сыға. Халҡыбыҙҙың онотола барған боронғо шөғөлдәренең бөгөн дә ауылдарҙа һаҡланып ҡалыуы иғтибарға һәм хуплауға лайыҡ. Иң мөһиме–уға тоғро ҡалыусылар, ата–бабаларының кәсебен дауам итеүселәр бар. Автор фотоһы