Бөгөн Мишкә районының Ҡыйғаҙытамаҡ ауылында бөтә ауылдаштарҙы үҙенә туплаған иҫтәлекле сара үтте. Осрашыу Ватанды һаҡлаусылар йылына, яугирҙәргә һәм уларҙың ғаиләләренә даими ярҙам ҡулы һуҙған, тыуған яҡтарын төҙөкләндереүгә көсөн дә, ваҡытын да йәлләмәгән ирекмәндәргә арналды. Өҫтәүенә ауылдаштарҙың ҙур теләге, йөрәк ҡушыуы буйынса ойошторолған шағир Шәйехзада Бабич музейы асылыуына - биш йыл! Был ваҡиға ла ҡыйғаҙытамаҡтар өсөн көтөп аланған иҫтәлекле көн. Ҡыйғаҙытамаҡта ирекмәндәр хәрәкәтәте бик көслө, уларҙың уңғанлығы, етеҙлеге кемде генә һоҡландырмай. Өләсәйҙәрҙең тегенселәр “батальоны”, селтәр үреүселәр тап ошо иҫтәлекле музейҙа йыйыла, ул ауылдаштарҙы туплаған көс һәм берҙәмлек клубына әүерелгән. Улдары бөгөн махсус хәрби операция зонаһында Ватанды һаҡлаған әсәйҙәр тап ошонда күңел тыныслығы, терәк табырға, бер туғанға әүерелгән ауылдаштары менән аралашырға килә. Сараның ирекмәндәргә арналыуы әлеге ҡатмарлы мәлдә бик мөһим. Үҙҙәренең проблемаларын, маҡсаттарын ситкә ҡуйып, бушлай, бер нәмәгә өмөт итмәй башҡаларға ярҙам ҡулын һуҙырға, изге эштәр ҡылырға ашыҡҡан илһөйәрҙәр яугирҙәребеҙгә баһалап бөткөһөҙ теләктәшлек күрһәтә. Бының өсөн миһырбанлы, шәфҡәтле йөрәк, рухи көс кәрәк. Бөгөнгө сарала ла беҙ тирә-яғындағы тормошто яҡшы яҡҡа үҙгәртергә ынтылған, ауыр минутта ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер торған, бәләкәй Ватанын ихлас яратҡан ышаныслы илһөйәрҙәрҙе күрҙек. Шуларҙың араһынан Наил Бабичев, Фатима Сәлимова, Рафиға Хажиева, Радик Шәмсетдинов, Ильяс Яхин Башҡортостан Хөкүмәтенең Рәхмәт хаты менән бүләкләнде. Зөһрә Сабирова, Риф Хәтмуллин, Владислав Васильев Мишкә районы хакимиәтенең Рәхмәт хатына лайыҡ булды. Бөтә башланғыстарҙы күтәреп алған, ауылдаштарына көс-ҡеүәт өҫтәп торған илһөйәрҙәрҙең береһе – дирижер, режиссер, Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Мишкә районының Почетлы гражданы Нәфирә Ихсанова (Бабичева) Рәхмәт хатына һәм спонсорҙар бүләгенә лайыҡ булды. Һуңғы йылдарҙа Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты тарихи иҫтәлекте, туған телде, мәҙәниәтте, традицияларҙы һаҡлау һәм үҫтереү буйынса байтаҡ эш башҡарҙы. Ҡыйғаҙытамаҡ ауылы халҡы ла быны яҡшы тоя һәм үҙе лә тыуған ауыл ҡомартҡыларын, уның шәхестәре иҫтәлеген һаҡлау буйынса өлөштәрен индерә. Сарала ҡатнашҡан “Башинформ” мәғлүмәт агентлығы” акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры урынбаҫары Әлфиә Байбурина ауылдаштарҙың берҙәмлеген хуплап, әүҙемлектәре өсөн рәхмәт белдерҙе һәм Ш. Бабич музейына бүләк тапшырҙы. Райондың “Илһам” үҙәге етәксеһе Юлия Балахнина, “Поколение” автономлы коммерцияға ҡарамаған ойошма директоры, Бабич нәҫеле вәкиле Альбина Ғизетдинова ауылдаштарына һаулыҡ, берҙәмлек теләне. Яҙыусылар союзы ағзаһы Тәбрис Бабичев Ватанды яҡлаусыларҙың батырлығы, тоғролоғо тураһында яңы шиғырҙарын уҡыны. Ҡыйғаҙытамаҡ ауылы тарихы бик үҙенсәлекле. 1854 йылда Ҡаңлы улысының Кейек түбә аҫаба башҡорттары, Бабич тоҡомдары тарафынан нигеҙ һалынған уға. Әле лә ауылда йәшәүселәрҙең күбеһе Бабичев фамилияһын йөрөтә. Шағир Дүртөйлө районының Әсән ауылында тыуһа ла, уның нәҫел тамырҙары тап ошонан – Ҡыйғаҙытамаҡтан башлана. Бәләкәй генә ауылдан ниндәй күренекле, бәләкәй Ватанына тоғро, әүҙем тормош позициялы шәхестәр сыҡҡан! Башҡорт яҙыусыһы, филология фәндәре докторы Кирәй Мәргән, Социалистик Хеҙмәт Геройы Фәнүз Фәйезов, инженер-конструктор Рим Бабичев, Башҡортостандың атҡаҙанған иҡтисадсыһы Фәсәхәт Бабичева, Рәсәйҙең атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре Әхсән Бабичев, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Нәғим Бабичев, “Урал кадастр үҙәге” йәмғиәтенең бүлек начальнигы Альберт Бабичев, Рәсәйҙең атҡаҙанған спорт мастеры Фәрит Хәмзин, Башҡортостан Башлығы Хакимиәте бүлеге мөдире булып оҙаҡ йылдар хеҙмәт иткән Хәлил Фарваев – ауылдың ҙур ғорурлығы. Тыуған ояларынан күптән инде ҡанаттарын нығытып осоп сыҡҡан ауылдаштар ҙа, Ҡыйғаҙытамаҡты онотмау ғына түгел, Башҡортостан картаһында ауыл лайыҡлы урын алһын, тормош һүнмәһен, гөрләп торһон өсөн ҡулдан килгән ярҙамды күрһәтә. Айырыуса “Атайсал” программаһы яҡташтарҙы изге эштәргә дәртләндереп ебәргән. – Быйыл ауылға ингән ерҙә күмәк көс менән стела ҡуйҙыҡ. Нигеҙе тимер-бетондан, каркасы профилле торбанан эшләнгән, ауыл исеме әллә ҡайҙан күренеп торған күркәм стеланы ике ай буйына күтәрҙек. Хаҡы 96 мең һумға төшкән объектты эшләүгә ауылдаштар берҙәм ҡушылды. Шулай уҡ "СтройПроект” йәмғиәте, Ҡыйғаҙытамаҡ оҫталары бушлай хеҙмәт күрһәтте, – тип яҡташтарын йылы һүҙ менән иҫкә алды ошо мөһим эштең уртаһында ҡайнаған спонсорҙарҙың береһе Хәлил Фарваев. – “Атайсал” ауылдаштарҙың ҡәҙерләп һаҡлаған “Хәсән шишмәһе” биләмәһен төҙөкләндереүгә лә үҙ өлөшөн индерҙе. Был идея күптән башта йөрөһә лә, тап “Атайсал” уны тормошҡа ашырыуҙа этәргес булды. 178 кеше уны төҙөкләндереүгә иғәнә индерҙе, 48-е көн һайын бушлай эшләне. Был саф һыулы шишмәне ауылда тыуып үҫкән һәр кем яҡшы хәтерләй, хәҙер ҙә уның тәмле һыуын тәмләргә балалары менән киләләр. Ата-бабалар рухы йәшәгән тәбиғәт бүләген киләсәк быуындарға һаҡлап ҡалыуыбыҙға шатланып бөтә алмайым. Уны асыу тантанаһына Рәсәй һәм Башҡортостандың халыҡ артисы Таңсулпан Бабичеваның килеүе йәм өҫтәне. Хәҙерге көндә Иглин районында йәшәгән, әммә күңеле менән тыуған Ҡыйғаҙытамаҡ ауылынан айырылмаған Фатима Сәлимова тыуған яғын тағы ла күркәмерәк итеү, халыҡҡа уңайлыраҡ шарттар тыуҙырыу уйы менән йәшәй. “Ваҡытында ирем, улдарым менән ауылға ҡайтып, төрлө эштәрҙе башҡарҙыҡ, ҡайта алмаған саҡтарҙа матди ярҙам күрһәттек. Хәҙерге заманда күп тораҡтарҙың юҡҡа сығыуын, ташландыҡ хәлгә төшөүен беләбеҙ. Мин Ҡыйғаҙытамаҡҡа ундай фажиғәле яҙмыш теләмәйем, Хоҙай һаҡлаһын. Шуға күрә “Атайсал” программаһы күптәрҙең күңеленә яҡындыр ҙа. Хәҙер музейға ярҙам итеүселәр, биләмәһен төҙөкләндереүҙә булышлыҡ күрһәтеүселәр артты. Ә ул, Шәйехзада Бабич музейы, ялға ҡайтҡан яҡташтарыбыҙ, махсус хәрби операцияла ҡашнашыусы яугирҙәребеҙ, уҡыусыларыбыҙ, шағирҙың туғандары, тарихын тәрәнерәк белергә теләүсе һәр кем өсөн ҡәҙерле. Тамырһыҙ кеше яңғыҙ, көсһөҙ бит ул”, – ти Фатима Хасылйәновна. Шағирҙың ижады йылдар үтеү менән әһәмиәтен юғалтмай, исеме милли шиғриәттең яҡты йондоҙо булып балҡый. Ижад һөйөүселәрҙе генә түгел, шағирҙың вариҫтарын да йәлеп иткән музей ҙур булмаһа ла, тарихи иҫтәлектәре, үҙенсәлекле экспонаттары, боронғо шәжәрәләре менән ҡиммәтле. Бөгөнгө сарала ҡатнашҡан Ҡыйғаҙытамаҡ ирекмәндәре ошо байлыҡты ишәйтеү, тыуған ил именлеген нығытыу, яугирҙәребеҙҙе лайыҡлы ҡаршылау өсөн артабан да хеҙмәт итәсәктәрен белдерҙе, ауылдың “Еңеү” скверында Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларға арналған һәйкәлгә сәскә гөлләмәләре һалыу ойошторолдо. Бер һыу тамсыһындай ғына тойолған изгелек тә тора-бара даръяға әүерелә, ә шифаһы күпме кешелә йәшәүгә дәрт уята, йөрәктәрҙе сафландыра. Ҡыйғаҙытамаҡ ирекмәндәре был хәҡиҡәтте күптән үҙләштергән, ошо юлдан ҡыйыу барыуын дауам итә. Фото: шәхси архивтан.
Бөгөн Мишкә районының Ҡыйғаҙытамаҡ ауылында бөтә ауылдаштарҙы үҙенә туплаған иҫтәлекле сара үтте. Осрашыу Ватанды һаҡлаусылар йылына, яугирҙәргә һәм уларҙың ғаиләләренә даими ярҙам ҡулы һуҙған, тыуған яҡтарын төҙөкләндереүгә көсөн дә, ваҡытын да йәлләмәгән ирекмәндәргә арналды. Өҫтәүенә ауылдаштарҙың ҙур теләге, йөрәк ҡушыуы буйынса ойошторолған шағир Шәйехзада Бабич музейы асылыуына - биш йыл! Был ваҡиға ла ҡыйғаҙытамаҡтар өсөн көтөп аланған иҫтәлекле көн. Ҡыйғаҙытамаҡта ирекмәндәр хәрәкәтәте бик көслө, уларҙың уңғанлығы, етеҙлеге кемде генә һоҡландырмай. Өләсәйҙәрҙең тегенселәр “батальоны”, селтәр үреүселәр тап ошо иҫтәлекле музейҙа йыйыла, ул ауылдаштарҙы туплаған көс һәм берҙәмлек клубына әүерелгән. Улдары бөгөн махсус хәрби операция зонаһында Ватанды һаҡлаған әсәйҙәр тап ошонда күңел тыныслығы, терәк табырға, бер туғанға әүерелгән ауылдаштары менән аралашырға килә. Сараның ирекмәндәргә арналыуы әлеге ҡатмарлы мәлдә бик мөһим. Үҙҙәренең проблемаларын, маҡсаттарын ситкә ҡуйып, буш