Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, эштәр 2025 йылдың яҙында башланды һәм ике йыл дауам итәсәк. Парк төбәк әһәмиәтендәге мәҙәни мираҫ объекты булғанлыҡтан, уның бөтә төп элементтары һәм объекттары һаҡланасаҡ. Реконструкция барышын йәмәғәт контроль эшсе төркөмө күҙәтә. Подряд ойошмаһы вәкилдәре хәбәр итеүенсә, паркта гранит баҫҡыстар яңыртылған, ағастарҙы формалаштырыу үткәрелгән, тренажерҙар урынлашасаҡ спорт майҙансыҡтары өсөн нигеҙҙәр ҡуйылған, шулай уҡ яҡтыртыу таяуҙары һәм ҡаты таштарҙан булған брусчатка һүтелгән. Хәҙер эшселәр балалар майҙансығы, йүгереү юлы һәм йәйәүлеләр зонаһы өсөн нигеҙ әҙерләй, шул иҫәптән үҫемлектәрҙе автоһуғарыу системаһын урынлаштырыу өсөн инженер селтәрҙәрен монтажлай. Бынан тыш, Граждандар һуғышы геройҙарына һәйкәл һәм БАССР наградалары менән стела реставрацияланасаҡ. Объекттың төҙөлөш әҙерлеге 40 процент тәшкил итә. Башҡортостан Башлығы төҙөлөш-монтаж эштәре графигын теүәл үтәү кәрәклеген һыҙыҡ өҫтөнә алды. - Проект федераль сығымдарҙы файҙаланыуҙы күҙ уңында тота,
Радий Хәбиров Ленин исемендәге паркты реконструкциялау барышы менән танышты
20 сентября 202520 сен 2025
1 мин