Найти в Дзене

Финалсы уҡыусылар менән осрашты

Ринат Вәлиев Күмертауҙағы Республика политехник лицей-интернаты уҡыусылары менән осрашты һәм “Мөһим һөйләшеү” дәресен үткәрҙе. Ҡаһарман йөрәкле ир-егет үҙ хәрби юлы тураһында һөйләне, Тыуған илеңдең патриоты булыуҙың һәм үҙ-үҙеңде камиллаштырыуға ынтылыуҙың ни тиклем мөһим икәнен билдәләне. “Пилотһыҙ авиация системалары” лабораторияһына барыу осрашыуҙың мөһим өлөшөнә әйләнде. Уҡыусылар батыр замандаштарына үҙ эшләнмәләрен күрһәтте. Ҡара диңгеҙ акваторияһында БПЛА һәм БЭК-ты юҡ итеү буйынса хәрби бурыстарҙы үтәүҙә ҙур тәжрибәгә эйә МХО ветераны уҡыусылар менән пилотһыҙ осоу аппараттарына идара итеү һәм уларҙы файҙаланыу буйынса практик күнекмәләре менән уртаҡлашты. Ринат Вәлиев уҡыу йорто менән хеҙмәттәшлекте дауам итергә әҙер булыуын белдерҙе. Мәғлүмәт, фото: “Башҡортостан геройҙары” программаһының рәсми төркөмө.