Башҡортостан вәкиле Бөтә Рәсәй “Иң яҡшы трамвай водителе” һөнәри оҫталыҡ конкурсында ҡатнаша, тип хәбәр итә республиканың баш ҡалаһы хакимиәте. Ул Волгоград трамвай депоһы майҙансығында “Тормош өсөн инфраструктура” милли проектының (национальный проект “Инфраструктура для жизни”) “Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге” федераль проектына ярашлы үтә. 2025 йылда “Иң яҡшы трамвай водителе” исеменә Рәсәйҙең төрлө төбәктәрендәге транспорт предприятиеларынан 44 хеҙмәткәр дәғүә итә. Өфө исеменән 2-се класлы водитель Алина Мирсаяпова сығыш яһай. Конкурста ҡатнашыусылар юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен, вазифа инструкцияһын, электр транспортына идара иткәндә хәүефһеҙлек техникаһын, трамвайҙарҙы техник файҙаланыу үҙенсәлектәрен белеү кимәлен күрһәтә. Конкурсанттар шулай уҡ линияға сығыр алдынан трамвайҙың торошон баһаларға һәм махсус әҙерләнгән трассаны үтергә тейеш. Һынау программаһына тәүге тапҡыр аҙ хәрәкәтсән граждандар менән эшләү буйынса заданиела индерелгән. Алина Мирсаяпова 2014 йылдан алып трамвай водителе