Махсус хәрби операция башланғандан алып Хәйбулла районынан даими рәүештә яугирҙәргә гуманитар ярҙам оҙатыла. Күптән түгел хәйбуллалар сираттағы ылауҙы оҙатты. Был юлы махсус хәрби операция биләмәһендәге яугирҙәргә тупланған гуманитар ылауҙы район башлығы Рөстәм Шәрипов үҙе шәхсән оҙатып барҙы. Район халҡынан, МХО-ла ҡатнашыусыларҙың туғандарынан, яҡындарынан шәхси посылкалар, генераторҙар, шөрөп борғостар, иретеп-йәбештереү аппараты, бензин бысҡылары, маскировка селтәрҙәре, дронға ҡаршы одеялдар, газ баллондары, шәхси гигиена, көнкүрештә ҡулланырға кәрәк-яраҡ, аҙыҡ-түлек (быҡтырылған ит, салаттар, тоҙламалар, картуф), кейемдәр һәм яугирҙәргә ҡатмарлы шарттарҙа кәрәкле башҡа әйберҙәр район хакимиәте хеҙмәткәрҙәре, ирекмәндәр ярҙамында автомобилдәргә тейәлде. "Район халҡы йыйған гуманитар ярҙамдың тағы бер партияһы махсус хәрби операция барған биләмәгә уңышлы алып барып тапшырылды. Яҡташтарыбыҙҙың хәстәрлеге һәм яуаплылығы арҡаһында яугирҙәргә кәрәкле бөтә кәрәк-яраҡ, машина, төҙөлөш м