Алғы һыҙыҡтан ҡайтҡан яугирҙәрҙең тормошон, йәшәү шарттарын еңеләйтеү буйынса республикала ҙур эштәр башҡарыла. “Ватанды яҡлаусылар” фонды ветерандарҙың тораҡтарын мөмкин тиклем йәшәү өсөн уңайлы итеү буйынса тырышлыҡ һала. –Был бик мөһим йүнәлеш, – ти фондтың Бүздәк районы буйынса филиалы социаль координаторы Гөлфиә Ғабдрафиҡова. – Бөтә документтарҙы йыйып, район хакимиәтенә заявка бирәбеҙ. Комиссия йорт шарттары менән таныша, ветерандың нимәгә ихтыяжы булыуын асыҡлай. Ғафури ауылында йәшәгән Михаил Герасименко – тап шундай социаль ярҙам алған яугирҙәрҙең береһе. Ул махсусхәрби операция зонаһына 2023 йылда китә. Хәрби бурысты үтәгәндә ҡаты яралана. Ҡайтҡас, медицина реабилитацияһы үтә, аҙаҡ уға фонд хеҙмәткәрҙәре йортон төҙөкләндереү буйынса ярҙам күрһәтә. Тупһанан уҡ үҙгәрештәр башлана. Яңы ишек ҡуйылған, махсуслаштырылған кухня йыһаздары, компьютерҙа эшләү урыны, уңайлы кресло һәм бейеклеген көйләү мөмкинлеге булған өҫтәл бар. Робот-саң һурҙырғыс, “Алиса” колонкаһы, янғын сығыуын иҫкәртеү приборы, “Аҡыллы йорт” системаһы эшләй. –Яңылыҡтарҙы үҙләштерә башланым, – ти ветеран. –Бындай ремонт йәшәү шарттарын еңелләштерҙе. “Ватанды яҡлаусылар” фонды филиалына рәхмәт, һәр саҡ ярҙам итергә әҙерҙәр. Ғәҙәттәге тормошҡа ҡайтыу ябайлаша бара. Фото:”Буздякские новости” гәзите. .