Найти в Дзене

Өргөн ауылы оҫтаһы

Һәр төбәккә хас булған биҙәктәр менән матурланған, күҙҙең яуын алырлыҡ әйберҙәр күргәҙмәһе күптән түгел Баймаҡ районында матур традицияға әйләнгән “Башҡорт аты” халыҡ-ара фестивалендә ҡатнашыусылар өсөн сағыу бер тамашаға әйләнде. Ябай кеше ҡулы менән тыуҙырылған мөғжизәләргә һәр кем һоҡланмайынса, уларҙы ҡулына алып ҡарамайынса, бер кем дә улар янынан тыныс уҙа алманы. Учалы районының Өргөн ауылынан килгән Айвар Сафиндың ағастан эшләнгән әйберҙәре шунда уҡ күҙгә ташланды. Нисектер үҙенә күрә ятыраҡ та, матурыраҡ та, шул уҡ ваҡытта замансараҡ та күренде оҫтаның эштәре. Атаһының юлын дауам итеп, Айвар Тәлғәт улы урмансылыҡ һөнәрен үҙ итә. Урмансылар династияһын лайыҡлы дауам иткән геройым бала саҡтан атаһына эйәреп урман гиҙә, төрлө ағас ботаҡтарын, тамырҙарын төрлө һындарға оҡшатып, уларҙы алып ҡайта, уйната. Аҡрынлап үҙе лә урманға ғашиҡ булып үҫкән егет мәктәпте тамамлағас, документтарын Өфө урмансылыҡ техникумына тапшыра. Артабан ситтән тороп Башҡорт дәүләт аграр университетының урм

Һәр төбәккә хас булған биҙәктәр менән матурланған, күҙҙең яуын алырлыҡ әйберҙәр күргәҙмәһе күптән түгел Баймаҡ районында матур традицияға әйләнгән “Башҡорт аты” халыҡ-ара фестивалендә ҡатнашыусылар өсөн сағыу бер тамашаға әйләнде. Ябай кеше ҡулы менән тыуҙырылған мөғжизәләргә һәр кем һоҡланмайынса, уларҙы ҡулына алып ҡарамайынса, бер кем дә улар янынан тыныс уҙа алманы. Учалы районының Өргөн ауылынан килгән Айвар Сафиндың ағастан эшләнгән әйберҙәре шунда уҡ күҙгә ташланды. Нисектер үҙенә күрә ятыраҡ та, матурыраҡ та, шул уҡ ваҡытта замансараҡ та күренде оҫтаның эштәре. Атаһының юлын дауам итеп, Айвар Тәлғәт улы урмансылыҡ һөнәрен үҙ итә. Урмансылар династияһын лайыҡлы дауам иткән геройым бала саҡтан атаһына эйәреп урман гиҙә, төрлө ағас ботаҡтарын, тамырҙарын төрлө һындарға оҡшатып, уларҙы алып ҡайта, уйната. Аҡрынлап үҙе лә урманға ғашиҡ булып үҫкән егет мәктәпте тамамлағас, документтарын Өфө урмансылыҡ техникумына тапшыра. Артабан ситтән тороп Башҡорт дәүләт аграр университетының урмансылыҡ факультетын уңышлы тамамлап, хаҡлы ялға сыҡҡансы Өргөн лесничествоһында лесничий булып эшләй. Балта эшенә маһир булған Айвар Сафин буш ваҡыттарында ағастан юнып, йышып, семәрләп төрлө һындар, һауыт-һаба эшләргә тотона. Аҡрынлап оҫтаға заказ биреүселәр ҙә табыла, район һабантуйҙарында үҙе эшләгән әйберҙәре менән күргәҙмәләрҙә ҡатнаша. Әйткәндәй, “Башҡорт аты” фестиваленә лә тәүге тапҡыр килгән. —Күберәк әйберҙәрем ҡайын ороһонан, ҡарама, имән, алмағастан эшләнгән. Иң тәүҙә уларҙы киптерергә кәрәк. Ағастан яһалған һауыттар ярылмаһын өсөн иң тәүге шарттарҙың береһе – ағасты дөрөҫ киптереү. Бишәр йыл киптереп, ул ныҡлап кибеп, өлгөрһә генә эшләргә була. Быларҙың барыһы ла күңел ҡушыуы буйынса эшләнгән әйберҙәр. Бәләкәйҙән ағас эшенә, урманға яҡын булып үҫкәнгәлер, ағас менән булышмаһам, нисектер үҙемде сирләй башлаған кеүек тоям (йылмая). Шуға күрә күңел йыуанысы, ваҡыт үткәреү өсөн дә бик һәйбәт терапия ул,–ти Айвар Тәлғәт улы. Күңелен һалып, йөрәген биреп эшләгәнгәлер ҙә урмансы тыуҙырған ағас һауыт-һаба үҙенең матурлығы менән айырылып тора. Автор фотоһы.