Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров Рәсәй Үҙәк банкы Рәйесе Эльвира Нәбиуллина һәм Беларусь Республикаһының Милли банк идараһы Рәйесе Роман Головченко менән Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булғандарҙы ихтирам менән иҫкә алды һәм Рәсәй Геройы, генерал-майор Миңлеғәле Шайморатов һәйкәленә сәскәләр һалды. Иҫтәлекле сараларҙан һуң ултырышта ҡатнашыусылар донъя кимәлендәге Евразия фәнни-белем үҙәгенең Вуз-ара студенттар кампусында булды. Шулай уҡ ҡунаҡтар Һаҡлыҡ банкының ислам финанслауындағы Башҡортостан бүлексәһе эше менән танышты. – Конструктив осрашыу булды. Республиканың финанс өлкәһе үҫешенең төп мәсьәләләре, инвестиция ылыҡтырғыслығын күтәреү һәм иҡтисади мәнфәғәттәрҙе һаҡлау тураһында фекер алыштыҡ. Ҡунаҡтарыбыҙҙың Вуз-ара студенттар кампусына тәрән ҡыҙыҡһыныуын айырым билдәләгем килә. Ул финанс секторы өсөн кадрҙар әҙерләүҙә мөһим майҙансыҡҡа әүерелә бара. Эльвира Сәхипзада ҡыҙының баһаһы һәм ярҙамы төбәк үҫешендә һайлаған юлдың дөрөҫлөгөнә ышанысты нығыта, – тип билд