Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров балалар йорттарында тәрбиәләнеүселәргә һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балаларға социаль адаптациялауға ярҙам итеү буйынса фестивалдең округ этабын йомғаҡлауҙа ҡатнашты. Фестиваль 2009 йылдан алып Волга буйы федераль округында Рәсәй Президентының тулы хоҡуҡлы вәкиле патронатында үтә. 2020 йылдан алып ул Башҡортостанда уҙғарыла. –“Бала саҡты ҡайтарыу” – иң изге һәм иң яҡты байрамдарҙың береһе. Уның мәғәнәһе балаларҙың киләсәк тормошо өсөн файҙалы кәңәш алыуында, яҡшы тойғоларға байыуында, яңы дуҫтар табыуында. Бөтәгеҙгә лә ныҡлы сәләмәтлек һәм уңыштар теләйем, – тип мөрәжәғәт итте Башҡортостан етәксеһе фестивалдә ҡатнашыусыларға. Волга буйы федераль округында Рәсәй Президентының тулы хоҡуҡлы вәкиле урынбаҫары Олег Машковцев әйтеүенсә, фестивалде ойоштороу – округтағы төрлө төбәк кешеләренең берлектәге тырышлыҡ һөҙөмтәһе. Радий Хәбиров Олег Машковцевҡа Башҡортостандың дәүләт наградаһын –Салауат Юлаев орденын тапшырҙы. – Өфөлә балалар спортта, иж
Радий Хәбиров фестивалдә ҡатнашыусыларҙы тәбрикләне
19 сентября 202519 сен 2025
1 мин