Башҡортостан телевидениеһында байтаҡ йылдар эшләгән журналист, режиссер Айгөл Баһиман ҡыҙы Усманова быйыл бик үҙенсәлекле яңы ижади эшен халыҡ иғтибарына сығарҙы. Был ете бүлектән торған телевизион документаль сериал “Преодоление” – “Ынтыматлыҡ” тип атала. Ынтымат – ныҡыш һәм маҡсатҡа ынтылышлы холоҡ сифаты. “Ҡаршылыҡты еңеү менән йырып сығыу” тип тә әйтергә мөмкиндер, әммә һүҙ әҙәм балаһы һәм уның ҡатмарлы яҙмышы тураһында барған саҡта, төрлө буяуҙар, уй-хистәр өҫтәлә. “Ынтыматлыҡ” телесериалының геройы – күренекле шәхес, педагог, ғалим һәм йәмәғәт эшмәкәре Ильяс Иштуған улы Вәлиев. Башҡортостан Республикаһының мәғариф өлкәһендә киң билдәле шәхес үҙенең ярһыу эшмәкәрлеге, заманса ҡыйыу асыштары менән бөтә мәктәп уҡытыу даирәһенә яңы киң офоҡтар, ижад юлдары күрһәткән белгес. Хәҡиҡәт ваҡыт үтеү менән һынала. Нимәнеләр ваҡыт арбаһы иҙеп, ерҙән юйып китә, ниҙелер тағы ла ишәйтә һәм арттыра, юл япрағы орлоғон таратҡан кеүек, файҙалы яҡтарын башҡалар алдына сығара. Ерҙә яҡшылыҡ, яҡтылыҡ артыуы ла ошондай фиҙакәр һәм илһөйәр уҙамандар юлы. “Ынтыматлыҡ” телесериалын ижад итеү – Ильяс Иштуған улы менән оҙайлы танышлыҡ йә дуҫлыҡ сәбәбенән генә түгел, сөнки уның менән бер мәртәбә осрашып һөйләшкән, яҙған китабын бер тапҡыр уҡып сыҡҡан кешегә лә ул “ил зарын зарлаған зариман булып түгел, ил барын уйлаған уҙаман булып” күренә. Шиғриәт аҡһаҡалы Мостай Кәримдең мираҫын Ильяс Вәлиев, фәлсәфәүи күҙлектән ғалим булараҡ өйрәнеп, үҙенә генә түгел, уҡыусыларына һәм бөтә халҡына бер ҡалҡан итеп ҡуя. Заман һәм ямандарҙың һалҡын дауылынан һаҡларҙай ҡалҡан ул – сәсән һүҙ ҡөҙрәте. Был рухи ҡалҡан сәсән әҫәренә һулыш өргән башҡорт халыҡ фәлсәфәһенең, халыҡ ауыҙ-тел ижады һәм халыҡ педагогикаһы тәьҫиренән ҡоршалған. Шағирҙы бары тик халыҡ рухы шағир итә. Салауат Юлаев, Аҡмулла, Бабич, Зәйнәб Биишева, Рәми, Мостай, Рәйес Түләк, Мәүлит Ямалетдин, Салауат Әбүзәр ижады аша беҙ ошо сәсәндәр ауазын һәм рухын һиҙәбеҙ. Сәсәнлек мираҫы бөгөн мәктәптәрҙән алыҫ. Әммә унһыҙ халыҡ рухи үҙҡиммәттәрен юғалта. “Ынтыматлыҡ” телесериалы геройы Ильяс Вәлиев тап ошо үҙҡиммәттәрҙе барлай һәм уҡыусыһы алдына теҙә. Телесериалдағы тәүге бүлек Айгөл Усманованың ни өсөн тап Ильяс Иштуған улы образына мөрәжәғәт итеүенә бәйле. Сериал геройының тормош юлы беҙҙең дәүер зыялылары яҙмышына ауаздаш. Балҡып торған соцреализм ҡояшы, гүйә, донъяның бөтә тәғлимәттәрен үтәнән-үтә яҡтырта. Күләгәле яҡтар бөтөнләй юғалырға тейеш. Әммә кемгәлер тап ошо ҡараңғы яҡ аша алға тураға юл ярыу һәләте бирелгән. Ильяс Вәлиевтең мәғрифәти эшмәкәрлеге лә бығаса тыйылған, онотолған, һис мөмкин булмаҫтай тойолған мөмкинлектәрҙе алға сығара. Балтик диңгеҙе ярына Салауат Юлаевтың бюсын алып барып ҡуйыу – ул уңышлы һәм ваҡытында атҡарып сыҡҡан егеттәрсә илһөйәрлек бурысы. Был өлгө менән күптәрҙең йөрәгендә өнһөҙ-тынһыҙ үкһегән хис – Салауатты һағыныу, ил батырын юҡһыныу ғорурлыҡ менән алмашына. Батыр юлын тотоп, яҡшынан-яҡшы эштәр башҡарыуға йөҙ борола. Уның исеменә бәйле бик күп саралар илгә ҡот өҫтәй. Телесериалдың йәнә бер бүлеге Ильяс Вәлиевтең йөрәк йыры – үҙе ҡасандыр белем алған 1-се республика башҡорт мәктәп-интернатына бәйле. Мәктәп директоры дилбегәһен ҡулға алыу менән ул тап үҙенең хыялындағыса заман батырын тәрбиәләрҙәй уҡыу йорто төҙөй башлай. Иң алдынғы ҡарашлы уҡытыусыларға иркен юл асыла. Нисәмә йыл буйы мәктәп-интернатта тәрбиәләнгән балаларҙың һаулығы, именлеге өсөн үҙен аямай эшләгән физкультура уҡытыусыһы Рәүеф Ғәзиз улы Кәримов директорҙың иң яҡын фекерҙәшенә әйләнә. География уҡытыусыһы, арҙаҡлы илһөйәр сәйәхәтсе Зөмәрә Вәли ҡыҙы Хисмәтуллина шулай уҡ яңы етәксенең хуплауы менән СССР-ҙа танылыу яуларлыҡ уникаль күргәҙмә-әсбап урыны – Башҡорт этнографияһының халыҡ мәктәп музейын төҙөй. Мәктәп-интернатта тыуған яҡты өйрәнеүселәрҙең экспедициялары даими юлға сыға, тыуған Башҡортостан хазиналарына йөҙ менән боролоу, уларҙы һаҡлау һәм халыҡ мәнфәғәтенә хеҙмәт итеүгә өйрәткән ғилми-мәҙәни эшмәкәрлек киң тарала. 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының Бөйөк Ватан һуғышы фронттарындағы данлы юлы, бигерәк тә командиры генерал Шайморатовтың аяныслы яҙмышы был мәктәп уҡыусыларын ғына түгел, бөтә Башҡортостанды уйға-заңға һалырлыҡ тарихи экспедиция менән Дон далаларына бара – улар батыр яугирҙәрҙең эҙен юллай. Башҡорт атлыларының тиңдәшһеҙ батырлығына шаһит булған далалар, ауылдар, кешеләр телгә килә. Мәктәп директоры Ильяс Вәлиев бындай сәфәрҙәрҙе хуплай, артабан мәктәптә Мостай Кәрим, Рәми Ғарипов исемендәге уҡыу кабинеттары, шағирҙарҙың музейҙары асыла. Был яңы йүнәлештәр киләсәктә бөтә республикала йәйелгән эштәргә башланғыс була. Ильяс Иштуған улы телесериалдың бер бүлегендә үҙенең ни өсөн мәктәп-интернаттан эштән китергә мәжбүр булыуы хаҡында асыҡлап һөйләй. Бығаса ил өҫтөндә телгә алынмаған, теш ҡыҫып, тел тешләп, баш сайҡап ҡына уйға һалған был ваҡиға хаҡында хәтерләү уға һис еңел түгел. Арыҫландай йөрөгән ир-егетте лә һүҙ яманы бөгөп һала, әммә бындай ихлас итеп сер сисеү журналистың оҫталығына ла бәйле. Әҫәр геройының драматик яҙмышы, сая характеры ҡайралған осраҡтар бик фәһемле бит. Артабанғы бүлектәрҙә Ильяс Иштуған улы замандаштарына үҙенең төп йәшәү принциптарын, тормоштағы әхлаҡи маяҡтары булыуын да аса. “Ни өсөн оҙаҡ йәшәнең?” тигән һорауға Лоҡман хәҙрәттең яуабы нисек булған? “Мин яҡшы кешеләр менән йыш һөйләшеп ултырҙым”, – тигән аҡһаҡал. Ильяс уҙаман да был һорауға яуап итеп, үҙенең сәсән рухлы шағирҙар, халыҡ ижады һәм педагогикаһы белгестәре менән тығыҙ эшләүен әйтә. Бөгөнгө күҙлектән ҡарағанда, донъя байтаҡ үҙгәрҙе һымаҡ. Бәлки, интернет йоғонтоһо менән шулай тойолалыр. Әммә бер нимә үҙгәрмәй: кеше психологияһы, булмышы. Үҙенең асылынан ашып, әҙәм балаһы әллә ҡайҙа бара алмай. Барыһы ла уның аң кимәленә һәм тәрбиәһенә бәйле. Уҡытыусы булып эшләгән, республиканың иң абруйлы һәм ҡәҙерле уҡыу йортона яңы һулыш өҫтәгән Ильяс Иштуған улы Вәлиевтең үҙенең педагогик принциптары, инаныуҙары милли мәктәптә уҡыу-уҡытыу эшендә әһәмиәтле урын алып тора. Ситтән ҡарап, күҙәтеп, сағыштырып йөрөгән тележурналист булараҡ, шуны әйтер инем. Ильяс Иштуған улы Вәлиев –Башҡортостандың арҙаҡлы мәғрифәтсеһе, хәҙергә заман талабын белгән, көтөлмәгән һәм хыялый боролоштар, күтәрелештәр менән йәш быуынды йыһани киңлеккә әйҙәй алған, үҙенең ынтымат холҡо менән уҡыусыларын да еңеүсе, даулаусы, асыштар һәм эшлекле ҡаҙаныштарға өйрәтеүсе шәхес ул. Был турала тәфсирләп һөйләгән телесериалды ҡарау, һис шикһеҙ, һәр кемгә насип булһын ине. Йәшенә лә, ҡартына ла ул бары тик фәһем генә өҫтәр. “Ынтыматлыҡ” – “Преодоление” зәңгәр эфирҙа бер матур яңылыҡ булды, тип тағы ҡабатлайым. Ысынлап та, ул – ете бүлектән торған тәүге ифрат тос йөкмәткеле, күркәм документаль телесериал. Ундайҙы эшләрлек һәм ил күҙенә күрһәтерлек журналистарыбыҙ күп түгел. Телевидениела 40 йыллап эшләгән журналист булараҡ, мин Айгөл Баһиман ҡыҙы Усманованың үҙенең профессиональ оҫталығына һәм кешелек юғарылығына һоҡланам. Ынтыматлыҡ уның үҙенә лә хас. Был мәҙәни күренеш өсөн, төплө журналист фиҙакәрлеге һәм оҫталыҡ өсөн Башҡортостан Хөкүмәте Айгөл Усманованы Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы менән бүләкләһә, бүтән телһөйәр, илһөйәр журналистарға ҙур үрнәк тә булыр ине. Сәрүәр СУРИНА, драматург, тележурналист. Фото: Айгөл Усманованың ғаилә архивынан.