Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Бурысмы, әллә инвестициямы?

Рәсәйҙең Финанс министрлығы РФ төбәктәренең 2025 йылдың 1 авгусына ҡарата дәүләт бурысы тураһындағы мәғлүмәттәрҙе баҫып сығарҙы. Документҡа ярашлы, Башҡортостандың бурысы 71,1 миллиард һум тәшкил итә. Был һан ҡайҙан килеп сыҡҡан, уның артында нимә тора? “Башинформ” агентлығы ошо туралағы һорауға эксперттар менән берлектә яуап эҙләне. Арифметиканың дүрт ғәмәле Кем башланғыс мәктәп программаһын онотҡан, хәтеренә төшөрәбеҙ: дүрт арифметик ғәмәл – ул ҡушыу, алыу, ҡабатлау һәм бүлеү. Башҡортостандың дәүләт бурысы тураһына анализда шуларҙы ҡулланайыҡ. Әммә тәүҙә аныҡларға кәрәк – Финанс министрлығы мәғлүмәттәре буйынса 2025 йылдың 1 авгусына дәүләт бурысы Рәсәй Федерацияһының барлыҡ субъекттарында ла бар. Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәгенең Социаль-иҡтисади тикшеренеүҙәр институтының сектор мөдире Виталий Печаткин билдәләүенсә, дәүләт бурысы буйынса алдынғы урынды Мәскәү өлкәһе биләй (230 миллиард һумдан ашыу), артабан – Мәскәү ҡалаһы (184,25 миллиард һум), Түбәнге Новгород өлкәһе (1

Рәсәйҙең Финанс министрлығы РФ төбәктәренең 2025 йылдың 1 авгусына ҡарата дәүләт бурысы тураһындағы мәғлүмәттәрҙе баҫып сығарҙы. Документҡа ярашлы, Башҡортостандың бурысы 71,1 миллиард һум тәшкил итә. Был һан ҡайҙан килеп сыҡҡан, уның артында нимә тора? “Башинформ” агентлығы ошо туралағы һорауға эксперттар менән берлектә яуап эҙләне. Арифметиканың дүрт ғәмәле Кем башланғыс мәктәп программаһын онотҡан, хәтеренә төшөрәбеҙ: дүрт арифметик ғәмәл – ул ҡушыу, алыу, ҡабатлау һәм бүлеү. Башҡортостандың дәүләт бурысы тураһына анализда шуларҙы ҡулланайыҡ. Әммә тәүҙә аныҡларға кәрәк – Финанс министрлығы мәғлүмәттәре буйынса 2025 йылдың 1 авгусына дәүләт бурысы Рәсәй Федерацияһының барлыҡ субъекттарында ла бар. Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәгенең Социаль-иҡтисади тикшеренеүҙәр институтының сектор мөдире Виталий Печаткин билдәләүенсә, дәүләт бурысы буйынса алдынғы урынды Мәскәү өлкәһе биләй (230 миллиард һумдан ашыу), артабан – Мәскәү ҡалаһы (184,25 миллиард һум), Түбәнге Новгород өлкәһе (171,4 миллиард), Краснодар крайы (110,26 миллиард) һәм Татарстан (99,12 миллиард һум). Был биш төбәккә дөйөм алғанда дәүләт бурысының 25 проценты тура килә. Улар Рәсәйҙең иң фәҡир төбәктәре лә түгел, ә ниңә дәүләт бурыстары шулай ҙур? Ғәмәлдә ул бурысмы, әллә башҡа нәмәме? Башҡортостандың дәүләт бурысы 2025 йылдың 1 авгусына 71,1 миллиард һумға еткән, әммә 9 сентябргә уның күләме 66,8 миллиард һумға төшкән – 8 сентябрҙә Рәсәй Хөкүмәте ҡарары менән бюджет кредиты буйынса 4,3 миллиард һум алып ташланған. Әммә был турала һуңыраҡ. Ә хәҙер, әйҙәгеҙ, Башҡортостандың дәүләт бурысы нимәләрҙән тороуын һәм уның республка өсөн ауырлығы бармы икәнен тикшерәйек. Беренсе ғәмәл. Ҡушыу Рәсәйҙең теләһә ниндәй төбәгенең, шул иҫәптән Башҡортостандың, дәүләт бурысы нимәләрҙән тора? Улар – баҫып сығарылған облигациялар, банк һәм бюджет кредиттары, дәүләт гарантиялары. “Инфраструктура менюһы” федераль проекты сиктәрендә төбәктәрҙә 2021 йылдан федераль үҙәктең инфраструктура кредиттары рәүешендәге ярҙамы нигеҙендә проекттар тормошҡа ашырыла (артабан – инфраструктура бурыстары). Башҡортостан өсөн – инфраструктура бюджет кредиттары һәм махсус ҡаҙна кредиттары, шулай уҡ инфраструктура облигациялары механизмын ҡулланған гарантиялар. Быйылғы 1 авгусҡа ҡарата Башҡортостан сығарған облигациялар 21 миллиард һум тәшкил итте, банк кредиттары беҙҙең төбәктә әлеге мәлдә юҡ, тимәк, “ноль” тип яҙабыҙ, бюджет кредиттары – 42,2 миллиард һум, гарантиялар – 7,9 миллиард һум. Һөҙөмтәлә әлеге 71,1 миллиард һум килеп сыға. Уйлаһаң, ҙур ғына сумма, әммә бында үҙенең нескәлектәре бар. Рәсәй иҡтисадсыһы һәм сәйәсмәне, Башҡортостандың атҡаҙанған иҡтисадсыһы Рөстәм Ахунов әйтеүенсә, мөһим момент – был дәүләт бурысы структураһына анализ. “Һуңғы мәғлүмәттәргә ярашлы, отчетта коммерция банктарының хеҙмәтләндереү йәһәтенән иң ҡыйбат булған кредиттары юҡ. Башҡортостандың бурыс структураһында яртыһынан ашыуы Рәсәй Хөкүмәте төбәктәргә инфраструктураны һәм торлаҡты артабан төҙөү өсөн коммуникацияларҙы үҫтереү өсөн түбән ставка – өс процент менән биргән бюджет кредиттары тәшкил итә. Был төбәккә үҙенең коммуналь селтәрен яңыртыу мөмкинлеге лә бирә. Һуңғы ошондай бюджет кредиты торлаҡты артабан төҙөү өсөн инфраструктура булдырыусы төҙөлөшкә бәйле”, тине ул. Икенсе ғәмәл. Алыу Хәҙер был суммалар артында нимәләр тороуын, республикаға ниндәй проценттар түләргә тура килеүен һәм бының финанс һәм баҙар процестары күҙлегенән нисек отошло булыуын ҡарайыҡ. Тәүге сиратта, эксперт күрһәткәнсә, коммерция банктарының кредиттары булмауына иғтибар итәйек. Билдәле булыуынса, банктар төп процент һәм, шуға өҫтәп, үҙ процентын ҡушып кредит бирә. Һөҙөмтәлә арттырыу бик етди килеп сыға, ләкин Башҡортостан был юлдан бармай. Был потенциаль тәүәккәллекте ҡыйыу рәүештә алып ташлайбыҙ. 71,1 миллиард һум бурыстан – 30,3 миллиард һум “инфраструктура бурысы” тәшкил итә, анығыраҡ әйткәндә – фәҡәт инфраструктура бюджет кредиттары (17,5 миллиард һум) һәм махсус ҡаҙналыҡ кредиттары (4,9 миллиард һум), шулай уҡ дәүләт гарантиялары. Һәр позицияны айырым ҡарайыҡ. Инфраструктура бюджет кредиттары (ИБК) – дәүләт төбәктәргә торлаҡ төҙөлөшө өсөн инфраструктура һәм башҡа төрлө төҙөлөш, инженер-коммуналь селтәр булдырыу алып барыу кеүек мөһим дәүләт бурыстарын хәл итеү өсөн биргән аҡса. Был аҡса 15 йылға йылына өс процент менән бирелә. Күп эксперттар иҫәпләүенсә, бындай кредитты дәүләт инвестицияһы тип атарға мөмкин. Төбәктең ҙур инфраструктура проекттарын тормошҡа ашырыуға миллиардтарса һумды бөгөн үк алыуын, ә уны тиҫтә йыл ярым эсендә ҡайтарыуын иҫәпкә алһаҡ, бурыстың төп өлөшөн барыбер инфляция “ашауын” аңларбыҙ. Махсус ҡаҙналыҡ кредиттары программаһы ла шуға оҡшаш эшләй, улар буйынса, әйткәндәй, төп бурысты кире ҡайтырыу файҙаланыуҙың өсөнсө йылында ғына башлана. Республикала инфраструктура бюджет кредиттары иҫәбенә Өфөлә Генерал Рыленко һәм Пугачев урамдары киҫелеше төҙөлә, Пугачев урамы реконструкциялана, аркалы күпергә капиталь ремонт яһала, Өфөнө Көньяҡтан урап үтеү юлы һалына, Нефтекамала таҙартыу ҡоролмаларына реконструкция үткәрелә, Кузнецов затонында мәктәп төҙөлә. Махсус ҡаҙналыҡ кредиттары аҡсаһына Өфөләге торлаҡ-коммуналь хужалыҡта 24 объектта капиталь ремонт бара (1,25 миллиард һумға), Нефтекамала коллекторҙар яңыртыла (2,4 миллиард һумға). Икенсе төрлө әйткәндә, федераль үҙәк төбәктәргә оҙайлы һәм үтә арзан кредиттар бирә, йәғни “де-юре” был бурыс, “де-факто” – Рәсәй Хөкүмәте төбәктәргә биргән инвестиция. “Бындай оҙайлы һәм арзан кредиттар артабанғы әүҙем үҫеште гарантиялай, был предприятиелар эшселәренең килеме, ғаиләләрҙең доходы, был ҡаҙнаға һалым түләүҙәре менән әйләнеп ҡайта, кибеттәргә һәм хеҙмәтләндереүгә тотонола, ә бит был да ҡаҙнаға ҡайта. Нимәләр эшләнә – ул инфраструктураны үҫтереү һәм яңы етештереү һәм эш урындары булдырыу һәм һуңғы сиктә халыҡтың тормош кимәлен күтәреү ул”, – ти РФ Хөкүмәте ҡарамағындағы Финанс университетының Өфө филиалының “Иҡтисад, менеджмент һәм маркетинг” кафедраһы доценты, иҡтисад фәндәре кандидаты Рөстәм Камалов. Дәүләт гарантиялары – нимә ул? Ул республика Хөкүмәтенең махсуслашҡан проект финанслауы йәмғиәте алдындағы йөкләмәһе, аҡса алып торған инвесторҙың үҙ йөкләмәһен үтәйәсәген аңлатыуы. Тәғәйен алғанда, республиканың Ағиҙел аръяғында һыу үткәргес системаһы төҙөүсе “Республика коммуналь компанияһы” акционерҙар йәмғиәте өсөн йөкләмәһе. Компания бурысҡа үҙе алған, үҙе тотона. Республика шуны белдерә: фирма ышаныслы, проектты ваҡытында үтәйәсәк. Облигацияларға килгәндә инде, республика уларҙы сығара. Әммә уның ваҡытына, купондар буйынса процентына иғтибар итергә кәрәк. Ҡиммәтле ҡағыҙҙар ике-өс-биш йылға сығарыла, уларҙы “оҙон баҙар аҡсаһы” тип һанарға мөмкин. Аҡса сикләнмәгән инвесторҙар әйләнешенән йәлеп ителә, ә проценттар коммерция банктары менән сағыштырғанда түбәнерәк. Ғәмәлдә республика аҡсаны еңел шарттарҙа ала. Һөҙөмтәлә беҙ нимә күҙәтәбеҙ? Ғәмәлдә, күпселек өлөшө – ул иҡтисадҡа инвестиция, улар киләсәккә эшләй. Башҡортостандың дәүләт бурысы 66,8 миллиард һумға төшөүен юғарыла әйткәйнек инде. Был ниндәй аҡса? Улар республика 2010, 2015 – 2017, 2022 йылдарҙа алған бюджет кредиттары. Федераль Хөкүмәт бурыстың 2/3 өлөшөн алып ташларға рөхсәт итте, бында ошо аҡсаның 50 процентын торлаҡ-коммуналь хужалығы сисемаһын үҫтереүгә йүнәлтеү шарты ҡуйыла. Бына шунлай арифметика. Ҡабатлайбыҙ һәм бүләбеҙ. Ә хәҙер бурыс йөгө тураһында. Ул нимәне аңлата? Иҡтисад фәндәре докторы, Рәсәй фәндәр академияһы Өфө федераль тикшеренеүҙәр үҙәгенең Социаль-иҡтисади тикшеренеүҙәр институтының хәҙерге төбәк иҡтисады лабораторияһы мөдире Илдар Зөлҡәрнәй аңлата: “Бурыс йөгө ҡаҙнаның һалым һәм һалымға ҡарамаған килемдәре нисбәте менән иҫәпләнә. БР Финанс министрлығы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, бюджет тураһындағы 271-з законына ярашлы, дәүләт бурысының дөйөм күләме йыл аҙағына 75,9 миллиард һум буласаҡ. Был һан ҙур булып күренә, әммә бурыстың бюджеттағы өлөшө мөһим, ә ул 30 проценттан кәмерәк тәшкил итә, ә был иһә төбәк бюджеттары өсөн ҙур йөк булып һаналмай. Баҙар бурысы (облигациялар һәм банк кредиттары) һалым һәм һалымға ҡарамаған доходтарҙың 12 процентын тәшкил итә. Бөтә был күрһәткестәр Башҡортостандың дөйөм дәүләт бурысының оптималь кимәлдә ҡалыуын раҫлай – улар инвестиция проекттарын ҙурайтыу, республиканың социаль-иҡтисади программаһын тормошҡа ашырыу мөмкинлеге бирә”. Рәсәйҙең Бюджет кодексында күрһәтелгәнсә, бурыс тотороҡлолоғо юғары кимәлдә булған төбәктәрҙең бурыс йөгө үҙ килемдәренең 50 процентынан ашырға тейеш түгел. Башҡортостанда бурыс йөгө 1 сентябргә ҡарата 27,8 процент булды (ә алып ташлауҙы ла иҫәпкә алһаҡ – унан да кәмерәк). Фото: “Башинформ”.