Махсус хәрби операцияла батырҙарса һәләк булған туғаныбыҙ Илнар Байегетовтың иҫтәлегенә футбол турниры үткәргәндә барлыҡ ҡустыларым да ҡайтты. Улар араһында Динар ҡустым да булды. Әле һаман хәтеремдә, Илнарға бағышланған “Офицер” тигән шиғырымды уҡығанда егеттәрҙең ҡараштарында ниндәйҙер юғалтыу тойғоһо сағылғандай булды. Күптәренең күҙенә йәштәр тығылды... Динарҙың ғына ҡарашы башҡа ине. Донъяһы теүәл ине Ул ваҡытта үҙем дә аңлап бөтмәнем: дошманға ҡарата нәфрәт тә, шул уҡ ваҡытта Илнар өсөн ғорурланыу ҙа сағылды уның күҙҙәрендә. “Их, был балаҡай Илнар һәләк булғанға ҡон алам тип сығып китмәһә ярар ине”, – тип тә уйлап алдым. Тик Динарыбыҙҙың “атайым” тип үҙенән бер аҙым ҡалмай аяғына йәбешеп йөрөгән балаҡайы булыуы ғына бер аҙ тынысландырҙы. Балаһын, Резеда киленде ҡалдырып сығып китмәҫ, тип шиктәремде ҡыуҙым. Мобилизацияға эләкмәгән яҡындары өсөн һәр кем шулай ҡыуанып та, борсолоп та ҡуйғандыр ул ваҡытта. Тойғоларымды күптәр аңлар, моғайын. Йәшерен-батырыны юҡ, һуғыш башланғас ҡайһылар илдән ҡасты. Мобилизацияға эләкмәһәләр ҙә, үҙ теләктәре менән илдең тыныслығын һаҡларға китеүселәр ҙә күп булды. Ә халыҡ араһында шул батыр егеттәрҙең ирҙәрсә ҡарарын аңламай ҡабул иткәндәр әҙ булдымы ни? Иң мөһиме, йорттары, автомобилдәре, ғаиләләре булып та, тулы тормош менән йәшәп ятҡан мәлдәрен, “Унда егеттәр һәләк була, беҙ бында вайымһыҙ йәшәп ятабыҙ”, – тигән выжданлы уйҙар менән ил сигенә һаҡҡа торған ир-егеттәребеҙ, ысынлап та, бик күп. Салауат тоҡомдары, башҡортомдоң батыр уландары улар. Ҡустым Динар Камалов та Рәсәй Эске эштәр министрлығының Учалы районы бәлиғ булмағандар эштәре буйынса инспекторы ине. Өс йәшлек ҡыҙының яратҡан атаһы, тоғро ир һәм дуҫ, ҡустыларына терәк-таяныс ине. Бер көн килеп: “Әсәй (әсәһенең бер туған апаһын әсәй тип йөрөтә ине), һеҙ мине ғәфү итегеҙ, мин башҡаса булдыра алмайым. Әгәр хәҙер бармаһам, аҙаҡ үҙемде ғәфү итмәйәсәкмен”, – тип смс хәбәр яҙып, командировкаға тип сығып китеүе Ишмөхәмәтовтар ғаиләһе һәм яҡындары өсөн тыныс күктә йәшен атҡандай булды. Ҙур ғаиләлә үҫкән егеттәр Раят Килдебай улы менән Ләлә Ғәбдрәшит ҡыҙының илһөйәр итеп тәрбиәләүенең емеше был күренеш, шикләнмәйем. Улар шундай ҡыйыу һәм үҙаллы итеп үҫтерҙеләр Динарҙы. Учалы районынан Озерный ҡасабаһында йәшәгән Ләлә апайым һәм Раят еҙнәм Ишмөхәмәтовтар алты ул үҫтерҙеләр. Дүртеһе үҙҙәренеке, икеһе Нилә апайым үлеп ҡалғас, тәрбиәгә алынған Динар менән Илнар инеләр. “Еҙнәм менән апайымдың балалары тыуғандан алып йүгерә һәм футбол уйнай башлайҙар”, – тип шаяртырға ярата инем. Тик, улар араһында махсус хәрби операцияның башында уҡ йәрәхәтләнеп ҡайтҡан, МХО ветераны, “Суворов” миҙалына лайыҡ булған Айрат ҡустымдың футбол турнирынан ситтә ҡалмауын күргәс, был шаяртыуым ысынбарлыҡ икәненә инандым. Улар тыуғандан ғына түгел, үлеп-терелгәс тә спортты ташламаясаҡ, тигән фекергә килдем. Ҙур ғаиләлә үҫкән егеттәр барыһы ла, ысынлап та, физик яҡтан ныҡ һәм спортҡа яҡын булып үҫтеләр. Еҙнәм Раят Килдебай улы үҙе мәктәптә физкультура дәресенән уҡытты, улдары спорт залынан ҡайтышманы. Шул арала йорт эштәрен дә “һә” тигәнсә эшләп ҡуялар ине. Ансамбль солисы Малайҙарҙың ташып торған көс-ҡеүәтен яҡшылыҡҡа йүнәлтәм тиһәң, бәлки, ысынлап та шундай тәрбиә биреү кәрәктер. Спортта ғына түгел, ҡустыларым бейеүгә лә оҫта булды. “Оҙон күл” балалар бейеү ансамблендә ағалы-ҡустылы Динар, Рушан, Айрат, Илнар, Рафиҡ – бишеһе лә бейене. Динар солист булды. Ансамбль составында Динар бик күп конкурстарҙа ихлас ҡатнашты һәм призлы урындар яуланы. 2012 йылда “Учалы йондоҙсоғо” район йәш таланттар конкурсында – икенсе урын, “Уралым” төрки халыҡтарының традицион ижады төбәк фестивалендә ике йыл рәттән ҡатнашып, беренсе урынды һәм Гран-при яуланылар. 2013 йылда “Байыҡ” республика телевизион конкурсында ҡатнашып, беренсе баҫҡысҡа күтәрелделәр, ә “Таланттар магниты” халыҡ-ара конкурсында Гран-при алдылар. Динар ҡустым мәктәптә уҡыған йылдарында уҡ спорт буйынса мәктәп, район, зона, республика ярыштарында әүҙем ҡатнашты. Мәғариф министрлығынан, Учалы ҡалаһы һәм Учалы районының физик культура һәм спорт комитетынан, мәғариф бүлеге мөдиренән спорт ҡаҙаныштары өсөн рәхмәт хаттары күп булды. 2015 йылда Башҡортостан Республикаһының Хәрби комиссары республика кимәлендәге хәрби спорт төрҙәре буйынса ярыш еңеүсеһе таныҡлығы менән бүләкләне. Хатта “Башҡортостан Республикаһының иң яҡшы призывнигы” тигән исем бирелде. Уҡыуҙа ла һынатманы Тәбиғәте менән тапҡыр, алсаҡ һәм төрлө яҡлап үҫешергә тырышып торған Динарҙың йөрәгендә хәрби кеше булыу тигән теләк тә бар ине. Тик, XI класты тамамлағас, Сибай ҡалаһындағы күп тармаҡлы махсуслашҡан колледжға “Биҙәү-ғәмәли сәнғәт һәм халыҡ кәсептәре” бүлегенә уҡырға инде. Колледжда уҡыған йылдарында үҙен яҡшы яҡтан ғына күрһәтте, уҡыу йортоноң ҡаланың ижтимағи тормошонда әүҙем булды, студенттар араһында уҡыу-күнекмәләр лагерҙарында ҡатнашты. Йәштәрҙең төбәк ғилми-тикшеренеү конференцияһында, һөнәри оҫталыҡ конкурстарында үҙе эшләгән ювелир эштәре менән ҡатнашты. “Йәш һөнәрмәндәр” IV төбәк чемпионатында ла Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығы сертификаты менән бүләкләнде. Беренсе курста уҡығанында, йәше еткәнгә күрә, армияға ла алынды. Владимир өлкәһендә хеҙмәт иткән сағында миңә бер шылтыратып: “Апай, минең хәрби булғым килә, бында артабан ҡалырға теләк бар ине”, – тине. Ул мәлдә бер туған ҡустыһы ла Сибайға уҡырға ингән ине. Мин апай булараҡ: “Юҡ, Динар, һин ҡайтып уҡыуыңды дауам ит, һөнәр ал, ҡустыңа терәк булып янында йәшә, хәрби булырға бер ҡасан да һуң түгел”, – тинем. Ҡайтты, уҡыуын тағы ла дәртләнеп, сәмләнеп дауам итте. 2019 йылда ул Башҡортостан Республикаһы Башлығы стипендияһына һәм Сибай ҡалаһындағы физик культура һәм спорт комитеты рәйесе танытмаһына лайыҡ булды. Намыҫлы хеҙмәт итте 2020 йылда уҡыуын тамамланы. Шул уҡ йылдың февралендә кәләш алып, Резеда киленебеҙ менән ҡыҙ бүләк иттеләр. 2021 йылда Рәсәй Эске эштәр министрлығының Учалы районы буйынса дежур часында оператив-дежурный ярҙамсыһы булып, кесе сержант званиеһында хеҙмәт юлын башланы. Үҙен ыңғай, выжданлы, грамоталы, булдыҡлы хеҙмәткәр итеп күрһәтте. Эш вазифаһына тап төшөрмәне, оператив һәм ыңғай һөҙөмтәлә эшләргә тырышты. Коллективының ижтимағи тормошонда әүҙем ҡатнашты. Урал аръяғы райондарының эске эштәр бүлектәре араһында самбо һәм атыу буйынса ярышта еңеү яуланы. 2024 йылда юриспруденция һөнәре буйынса Мәскәү финанс-сәнәғәт университетын тамамланы. Дипломлы белгесте бәлиғ булмағандар эше буйынса инспектор итеп тәғәйенләнеләр. 2024 йылдың 1 июлендә уға полицияның кесе лейтенанты званиеһы бирелде. Офицер дәрәжәһенә документтары ебәрелгән булһа ла, Динар бер кемгә лә әйтмәйенсә МХО-ға китергә ҡарар итә. Йылмайып юлға сыҡты 2024 йылдың 20 авгусында юлға сыҡты ул. Поезға ултырғанда төшкән видеояҙмаларын ҡарап алам да Динарҙың һаман да бала күңелле булып ҡалыуына инанам. Ауыҙы һәр ваҡыттағыса йырыҡ. Шулай йылмайып ҡайтып төшөр һымаҡ ине бер көн. Тик 11 ноябрҙә Донецк Халыҡ Республикаһының Селидово ҡалаһындағы алышта һәләк булған. Беҙ, әлбиттә, был турала һуңыраҡ белдек. 2025 йылдың мартына тиклем Динарҙың юҡлығына ышанырға теләмәнек. Үҙенә генә хас көр тауышы менән, “Шунан, мине һағындығыҙмы, бына бит ҡайтып еттем, әй!” – тип бейеп ҡайтып керер һымаҡ ине бәһлеүәнебеҙ. Әммә теләгебеҙ ҡабул булманы. 2025 йылдың изге Рамаҙан айында, 29 мартта, әсәһенең янына – Сораман ауылында ерләнде Динар Дамир улы. 27 генә йәшлек Динар Камаловты һуңғы юлға бар ауыл халҡы оҙатты. Бәлки, оҙон ғүмер йәшәп тә бындай халыҡ һөйөүен яулап өлгөрмәгән кешеләр барҙыр. Тик Динарыбыҙҙың ихласлығы, алсаҡлығы бар ине. Йәшлеге менән нимә уйлай, шуны әйтә алырҙай батыр холҡо булһа ла, ул кеше күңелендә нәфрәт уятманы. Дуҫтары ла күп булды. Йәш булыуына ҡарамаҫтан Ғәбдрәшит олатаһы кеүек ир-егеттәрҙе, эше буйынса әңгәмә алып барғанда ауыр холоҡло үҫмерҙәрҙе лә тыңлатырлыҡ аныҡ кәңәштәр бирә белде. Өс йәшлек ҡыҙының: “Мин һәр ваҡыт матур күлдәк кейергә тейешмен, сөнки атайым мине күктән фотоға төшөрәм тип әйтте”, – тип әйткәнен ишеткәс, теге донъя барлығына ла ышандым. Балалыҡ фантазияһылыр ҙа тимәнем. Динарыбыҙ батырҙарса һәләк булғас та, балаһын ихлас йыуатып, был донъяның ҡыйынлыҡтарына бирешмәй, матур күлдәк кейеп, йылмайып йәшәргә өндәүенә лә шикләнмәнем. Сөнки Динар үҙе лә бала саҡтан ныҡ булды, ҡайғыларға баш бирмәне, йылмайып, бейеп йәшәне. Зилә ҒӘЛЛӘМОВА. Учалы районы. Фото: Зилә Ғәлләмованың ғаилә архивынан.
“Әгәр хәҙер бармаһам, аҙаҡ үҙемде ғәфү итмәйәсәкмен...”
19 сентября 202519 сен 2025
6 мин
Махсус хәрби операцияла батырҙарса һәләк булған туғаныбыҙ Илнар Байегетовтың иҫтәлегенә футбол турниры үткәргәндә барлыҡ ҡустыларым да ҡайтты. Улар араһында Динар ҡустым да булды. Әле һаман хәтеремдә, Илнарға бағышланған “Офицер” тигән шиғырымды уҡығанда егеттәрҙең ҡараштарында ниндәйҙер юғалтыу тойғоһо сағылғандай булды. Күптәренең күҙенә йәштәр тығылды... Динарҙың ғына ҡарашы башҡа ине. Донъяһы теүәл ине Ул ваҡытта үҙем дә аңлап бөтмәнем: дошманға ҡарата нәфрәт тә, шул уҡ ваҡытта Илнар өсөн ғорурланыу ҙа сағылды уның күҙҙәрендә. “Их, был балаҡай Илнар һәләк булғанға ҡон алам тип сығып китмәһә ярар ине”, – тип тә уйлап алдым. Тик Динарыбыҙҙың “атайым” тип үҙенән бер аҙым ҡалмай аяғына йәбешеп йөрөгән балаҡайы булыуы ғына бер аҙ тынысландырҙы. Балаһын, Резеда киленде ҡалдырып сығып китмәҫ, тип шиктәремде ҡыуҙым. Мобилизацияға эләкмәгән яҡындары өсөн һәр кем шулай ҡыуанып та, борсолоп та ҡуйғандыр ул ваҡытта. Тойғоларымды күптәр аңлар, моғайын. Йәшерен-батырыны юҡ, һуғыш башланғас ҡ