Найти в Дзене

Халыҡ кәсептәре һәм һөнәрҙәрен үҫтереү мәсьәләләре тикшерелде

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров “Креатив индустриялар сәғәте” форматында сираттағы кәңәшмәне үткәрҙе. Көн ҡаҙағында – халыҡ художестволы кәсептәре һәм һөнәрҙәрен үҫтереү мәсьәләһе. – Республикала дәүләт ярҙам саралары булдырылған – халыҡ сәнғәт кәсептәрен үҫтереүгә субсидиялар алырға мөмкин. Һеҙҙең эшмәкәрлегегеҙҙе киңәйтеүегеҙ, ассортиментты арттырыуығыҙ һәм тауарҙар сифатын яҡшыртыуығыҙ беҙҙең өсөн мөһим. Беҙҙең бөгөнгө бурыс – һеҙҙең тәҡдимдәрегеҙҙе тыңлау, һеҙгә тағы ла нисек ярҙам итә алыуыбыҙҙы аңлау, – тине Радий Хәбиров. – Шулай уҡ күләмле етештереүҙән айырыу өсөн халыҡ художество кәсептәре һәм һөнәрҙәре төшөнсәләренең критерийҙарын билдәләү. Бының өсөн беҙ ҡайһы бер норматив акттар ҡабул итергә әҙер. Туризм һәм эшҡыуарлыҡ министры Светлана Верещагина республиканың ижади секторында туғыҙ меңдән ашыу хужалыҡ субъекты булыуын, халыҡ художество кәсептәре һәм һөнәрҙәре йүнәлешендә 54 субъект эшләүен белдерҙе. Өфө ҡала хакимиәте башлығы Ратмир Мәүлиев баш ҡалалағы креатив индустриялар үҫешенә идара итеү системаһы һәм һөнәрселәрҙең продукцияһын танытыу, артабан үҫтереү буйынса сараларҙы тормошҡа ашырыу тураһында һөйләне. 20 һәм 26 сентябрҙә Өфөлә һөнәрселек йәрминкәләре үтәсәк, унда бөтә республиканың оҫталары ҡатнашасаҡ. 2025 йылдың 12 июнендә Өфөгә Рәсәйҙә тәүге тапҡыр Бөтә донъя һөнәрселек ҡалаһы статусы бирелде. Радий Хәбиров Өфөлә “Китап байрамы” тамамланғандан һуң йыл һайын Халыҡ-ара халыҡ художество кәсептәре һәм һөнәрҙәре фестивале үткәреүҙе планлаштырыуҙары тураһында белдерҙе. Кәңәшмәлә ҡыҙыҡлы фекерҙәр ҙә, эшлекле тәҡдимдәр ҙә етерлек булды. – Был өлкәлә эшләгән һөнәрселәрҙә, эшҡыуарҙарҙа беҙ партнерҙарыбыҙҙы күрәбеҙ. Беҙҙең бурыс – креатив индустрияларҙы үҫтереү өсөн аныҡ критерийҙарҙы һәм ярҙам сараларын билдәләү, – тип һүҙҙе йомғаҡланы Радий Хәбиров. Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.