Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Балалар уҡытыуҙы дауам итергә теләй

Уҡытыусы егет “Амур” менән былтыр махсус хәрби операция биләмәһенә командировка мәлендә танышҡайныҡ. Был юлы ла күрешкәс, күптәнге таныштар кеүек ихлас аралашып алдыҡ. “Шунан, ҡустым, бер йыл эсендә ниндәй яңылыҡтарың бар, ниндәй үҙгәрештәр булды?” – тип һорайым үҙ итеп. Былтыр ул миномет батареяһы командирының сәйәси мәсьәләләр буйынса урынбаҫары ине, быйыл батарея командиры булып киткән икән. – Төп бурысыбыҙ – дошманға ҡаршы ут асып, мотоуҡсылар роталарына булышлыҡ итеү. Шулай уҡ һауаны һәр саҡ күҙәтеү, шәхси составтың именлеген хәстәрләү, хәрби техниканың сафтан сығыуына юл ҡуймау ҙа мөһим мәсьәләләрҙән һанала, – ти “Амур”. Тыныс тормошта ул Өфө районының Дорогин ауылы мәктәбендә биология фәненән уҡытҡан. Бына инде өс йыл – 2022 йылдың сентябренән махсус хәрби операцияла. Уҡытыусы һөнәрен яратып башҡарыуы тураһында ла һөйләп алды. Үҙенә күрә уңыштары ла тос ҡына булған йәш педагогтың: 2018 йылда – “Башҡортостандың йәш уҡытыусыһы”, 2020 йылда “Йыл уҡытыусыһы” конкурстарында уңышлы сығыш яһап, иң яҡшы унау араһында билдәләнгән. Йәш белгес булараҡ Башҡортостан Республикаһы Башлығының грантына ла лайыҡ булған. – Мин алты балалы ҙур ғаиләлә тәрбиәләнеп үҫтем. Әлбиттә, яҡындарым һәм туғандарым борсолоп, изге теләктәр теләп оҙатты. Шулай ҙа иң ауыры балалар менән хушлашыу булғандыр. Мәктәптә кадет класының етәксеһе инем. Улар минең махсус хәрби операцияға юлланыуымды белгәс, бөтә класс менән оҙатты, күҙ йәштәре лә булды. Әле лә уҡыусыларым менән бәйләнештәмен, – ти Урал-“Амур”. 2013-2014 йылдарҙа сроклы хеҙмәтен Һарытау ҡалаһында үткән егеткә, МХО-ға алынғас, хәрби әҙерлекте тағы ошонда үтергә тура килгән. “Үҙемдең элекке командирҙарымды осраттым. Улар беҙҙе әҙерләп оҙатты”, – ти ул. Әйткәндәй, Уралдың бер туған ағаһы ла – махсус хәрби операция яугире, ул хәрби контракт төҙөп юлланған. “Бындағы мөхит, хәрби шарттар кешене үҙгәртәме?” тигән һорауға уйсан ғына итеп яуап бирҙе: – Әлбиттә, үҙгәртә. Йәшәүҙең мәғәнәһен, яҡындарыңдың ҡәҙерен нығыраҡ аңлайһың. Элегерәк мин йәштәрсә дәртле, әүҙем тормошто үҙ итә инем, хәҙер ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡанымда күберәк тыуған ауылымда, яҡындарым янында булырға тырышам. Тыныс ҡына шарттарҙа ял итеү ҙә бәхет икәнен аңлайһың... Яугир-уҡытыусының хыялдары, уй-ниәттәре яҡты ла, изге лә: имен-аман әйләнеп ҡайтып, балалар уҡытыуҙы дауам итеү. “Командир булғас, шәхси состав менән эшләргә тура килә, тәрбиәүи мәсьәләләр ҙә килеп тыуа. Шул йәһәттән бындағы бурыстарым мәктәптәге эшемә лә ауаздаш кеүек булып китә, әммә балалар менән эшләү күпкә ҡыҙығыраҡ һәм рәхәтерәк”, – ти педагог. Беҙ уға уй-ниәттәренең тормошҡа ашыуын, тыныс тормошта яратҡан уҡытыусылыҡ эшен дауам итергә насип булыуын теләп хушлаштыҡ. Мәҡәләнең авторы - В. УРАЗБАЕВ. Автор фотоһы.