Сочиҙа йыл да уҙғарылған сара – “Бөтә Рәсәй-2025” медиафорумы тамамланды. Илебеҙҙең барлыҡ төбәктәренән тиерлек йыйылған журналистар биш көн дауамында пленар ултырыштарҙа, “түңәрәк өҫтәл”дәрҙә, фекер алышыуҙарҙа, оҫталыҡ дәрестәрендә, ижади осрашыуҙарҙа һәм башҡа сараларҙа ҡатнашты. Фестиваль программаһы ифрат бай йөкмәткеле булды. Ойоштороусылар тармаҡтың бөгөнгө хәленә бәйле барлыҡ мәсьәләләргә иғтибар итергә тырышты, әлеге проблемалар, заман саҡырыуҙары, тенденциялар, үҫеш мөмкинлектәре – барыһына ла сарала киң байҡау яһалды. Йолаға ярашлы, хеҙмәттәштәрҙең иң яҡшы тәжрибә өлгөләре – редакция проекттары, йәмәғәт акциялары һәм башҡа ҡыҙыҡлы башланғыстар күрһәтелде. Башҡортостан журналистарының да күрһәтерлек, һөйләрлек эштәре күп булды. Ә һөнәри, ижади конкурстарҙа еңеүселәрҙе бүләкләү мәле беҙҙең өсөн ысын байрамға әйләнде. Мәҫәлән, “Киң мәғлүмәт сараларының социаль селтәрҙә, мессенджерҙарҙа иң яҡшы төркөмө (аккаунты)” номинацияһында “Башҡортостан”, “Йәшлек” һәм “Зианчуринские зори”
Башҡортостан журналистары ҙур еңеүҙәр яулап ҡайтты!
21 сентября 202521 сен 2025
1 мин