Республика халҡының яңылыҡтарҙы заманса мессенджерҙа уҡыу мөмкинлеге барлыҡҡа килде. Был – төбәктең мәғлүмәт даирәһен киңәйтеүгә тағы бер аҙым. Хәҙер илдә рөхсәт ителгән барлыҡ мессенджерҙар аша сифатлы, аныҡ йөкмәткеле хәбәрҙәр уҡырға була. МАХ тулыһынса Рәсәйҙә эшләнгән. Мессенджерҙы булдырыусылар әйтеүенсә, ҡушымта көсһөҙ ҡушымталарҙа һәм интернет яй булған осраҡтарҙа ла хеҙмәтләндерә. МАХ мессенджерында үҙ каналдарын тәүгеләрҙән булып ижтимағи-сәйәси гәзиттәр булдырҙы: «Республика Башкортостан»: max.ru/clubrbgaz «Башҡортостан»: max.ru/gazetabash... «Ҡыҙыл таң»: max.ru/kiziltan102 «Молодёжная газета»: max.ru/mgazetarb «Йәшлек»: max.ru/yeshlek_ga... Уларға яҙылығыҙ – республикалағы яңылыҡтарҙы белеп барығыҙ. Төбәк киң мәғлүмәт сараларынан иң беренсе булып “Башинформ” агентлығы МАХ-та каналын булдырҙы. Фото: "Республика Башкортостан".
Төп мәғлүмәт саралары MAX-та рәсми каналын булдырҙы
21 сентября 202521 сен 2025
~1 мин