Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров IV Халыҡ - ара “Башҡорт аты” фестивале майҙансыҡтарында булды һәм Баймаҡ районының халҡы һәм һөнәрмәндәре менән аралашты. Фестивалдең бер майҙансығында республика етәксеһенә Баймаҡ районы тарихы тураһында һөйләнеләр. Радий Хәбиров шулай уҡ Баймаҡ балалар технопарк тәрбиәләнеүселәре менән әңгәмәләште. Балалар төбәк етәксеһенә үҙ ҡулдары менән эшләгән роботтарҙы күрһәтте. Радий Хәбиров уларға оҫталыҡтарын артабан камиллаштырыүҙарын һәм тормоштарын техник профессиялар менән бәйләүҙәрен теләне. Республика етәксеһе “Оҫталар ҡалаһы” күргәҙмәһендә булып, халыҡ кәсептәре һәм һөнәрҙәре оҫталарының изделиелары менән танышты, Республика Хәрби Дан музейы һәм 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы музейының “Башҡортостан Ватан һағында” патриотик майҙанында булды, фестиваль ҡунаҡтары менән бергә атлылар парадын ҡараны. Ейәнсура районы вәкилдәре атлылар парады һөҙөмтәһе буйынса беренсе урынды алды, Ишембай, Мәләүез һәм Ауырғазы райондары атлылары артабанғы урындарҙы
Радий Хәбиров “Башҡорт аты” фестивале майҙансыҡтарында булды
6 сентября 20256 сен 2025
1 мин