Бөгөн Баймаҡ районына эш сәфәре барышында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров 2024 йылдың декабрендә асылған махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам итеү үҙәгендә булды. Муниципалитет башлығы Азамат Иҙрисов хәбәр итеүенсә, йәйгеһен бинаға капиталь ремонт үткәрелгән. Бында стеналар, түшәмдәр һәм иҙән яңыртылған, тәҙрәләр, электр үткәргестәр алмаштырылған, бинаның фасады ремонтланған. Был эштәргә Баймаҡ уҙаманы Сергей Продовиковтан бағыусы булған. Ватанды һаҡлаусылар фонды филиалы ярҙамы менән яҡын арала бында яңы мебель киләсәк. Үҙәктә гуманитар ярҙам йыйыла, юристар һәм психологтар бушлай консультациялар үткәрә, студенттар һәм уҡыусылар менән осрашыуҙар ойошторола. Шулай уҡ бында ике ирекмәндәр штабы урынлашҡан. Башҡортостан Башлығы социаль координатор, юрист һәм психолог кабинеттарын ҡараны, ирекмәндәрҙең эше менән танышты. Төбәк етәксеһе МХО-ла һәләк булған яугирҙәрҙең ғаиләләре һәм әсәләре менән аралашты. Улар республика етәксеһенә ярҙам күрһәткәндәре һә
Башҡортостан Башлығы Баймаҡта МХО яугирҙәре менән осрашты
6 сентября 20256 сен 2025
~1 мин