Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

"Башҡорт аты" башланды!

Баймаҡ районында әһәмиәтле һәм көтөп алынған сара - “Башҡорт аты” фестивале башланды. Ул быйыл 4-се тапҡыр ойошторолдо. Ул Урал аръяғы инвестһабантуйы һәм Баймаҡ районының 95 йыллығына ярашлы үтә. Халыҡ-ара статусҡа эйә булған был фестивалгә республика Башлығы Радий Хәбиров тәҡдиме менән нигеҙ һалынды. Сарала Ҡытай, Кувейт, Иран, Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәре, Көньяҡ Африка Республикаһы, Камерун, Марокко, Конго Демократик Республикаһы, Ангола, Замбия, Мысыр, Гана, Куба, Ҡаҙағстан, Төркмәнстан, Тажикстан һәм Ҡырғыҙстандан, шулай уҡ илебеҙҙең 12 төбәгенән ҡунаҡтар килгән. Улар араһында йылҡысылар, эшҡыуарҙар, ғалимдар, спортсылар бар. Байрам программаһында - алты төрлө ат сабышы, “Тай-тулаҡ”, “Ауҙарыш”, “Ылаҡ”, “Бәйге” кеүек милли ярыштар. Көрәш, мас-рестлинг, грэпплинг һ.б. ярыштар ҙа үҙ көйәрмәндәрен көтә . Фестиваль майҙанында төрлө күргәҙмәләр эшләй, эшлекле осрашыуҙар үтә, башҡорт эстрадаһы йондоҙҙары ҡатнашлығында концерт була.