Әбйәлил районында айыу талаған атты күреп, фотоға төшөрөп һалғандар... Януар уны күмеп, запасҡа ҡалдырғандыр, моғайын. Ә Үтәгән ауылы янында бәшмәккә барған ике ҡатынға айыу осраған. Үҙҙәренән 20 метр алыҫлыҡта ғына ҙур айыуҙың уҫал ырылдауын ишетеп ныҡ ҡурҡҡан ҡатындар бар нәмәләрен ташлап тау түбәненә йүгергән. Бәхеттәренә, айыу уларҙы баҫтырмаған, барыһы ла ҡурҡыу менән бөткән. Урманда айыуға тап булһағыҙ, унан ҡасмағыҙ, һелтәнмәгеҙ, фотоға төшөрөргә маташмағыҙ, киҫкен хәрәкәттәр яһамайынса, арҡағыҙ менән боролмайынса ипләп кенә артҡа китегеҙ, күҙенә тура ҡарамағыҙ. Ғәҙәттә, хәүеф тойғанда йыртҡыстар кешегә ташлана, тип иҫкәртә белгестәр.
Бәшмәкселәр яҡында ғына ҙур айыу күреп телһеҙ ҡалған
6 сентября 20256 сен 2025
~1 мин