Бөтә Рәсәй “Урал аръяғы-2025” инвестиция һабантуйының икенсе көнөндә Сибай ҡалаһында Башҡортостан Хөкүмәте ағзалары ҡатнашлығында “Таусылар батырлығы” һәйкәленә сәскә һалыу тантанаһы үтте. Хөкүмәт Премьер-министры Андрей Назаров Сибай ҡалаһы барлыҡҡа килеүендә һәм үҫешендә хеҙмәтсәндәрҙең ҙур өлөшөн билдәләне. 2020 йылда асылған һәйкәл ҡалаға нигеҙ һалыусыларға – таусыларға һәм уларҙың көндәлек фиҙакәр хеҙмәтенә бағышланған. Аҙаҡ ҡаланың үҙәк майҙанында Бөтә Рәсәй “Урал аръяғы-2025” инвестиция һабантуйына арналған иҫтәлекле плитаны һалыу тантанаһы үтте. – Был таш республикала яңы проекттарҙы тормошҡа ашырыу һәм булғандарын үҫтереү башланғысын кәүҙәләндерә һәм Сибай ҡалаһы үҫешен һәм төҙөлөшөн дауам итеү өсөн генә түгел, бөтә Башҡортостан өсөн дә мөһим әһәмиәткә эйә, – тине Андрей Назаров иҫтәлекле плитаны һалғанда. Форумдың икенсе көнөндәге эшлекле программа Сибай ҡалаһына нигеҙ һалыныуға 70 йыл тулыуға арналған тантаналы концерт менән тамамланды. Концерт алдынан төп майҙанда ауырлығ
Сибай ҡалаһының юбилейы – бөтә республиканың байрамы ул
6 сентября 20256 сен 2025
1 мин