Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

"Китап" "Башҡорт аты"на бүләктәр ҙә килтергән

“Башҡорт аты” байрамына З. Биишева исемендәге “Китап” нәшриәте Урал аръяғы авторҙарының китабын килтерҙе. Мәҫәлән, ҡунаҡтар Баймаҡ районында тыуып үҫкән йәш балалар яҙыусыһы Тимур Рәхмәтуллиндың “Тылсым эйәләре”, Бөрйәндән Миләүшә Ҡаһарманованың “Бетерә шаршылары” повестар йыйынтығы, Баймаҡтан Таңсулпан Ғарипованың “Бөйрәкәй” роман-бестселлеры менән таныша ала. Әйткәндәй, “Бөйрәкәй” бүләккә лә әҙерләнгән: улары француз шарфы менән төрөлгән һәм ҡурай сәскәһе формаһындағы брошь беркетелгән. “Китап” бындай бүләктәрҙе күп килтергән. Шулай уҡ Мәхмүт Сәлимдең “Башҡорт аты-2024”-тә тәүгә күрһәтелгән “Башҡорт аты” китабын да бында күрергә мөмкин. Унда башҡорттарҙың ат йәнле халыҡ булыуҙары, ҡымыҙ етештереү, көнкүреш-йолалары сағылыш тапҡан. “Китап”тың һатырға килтергән күргәҙмәһендә төп урынды “Музы не молчат. Башкортостан. 2022-2025” тигән яңы сыҡҡан йыйынтыҡ алып тора. Унда рәссамдарҙың, шағирҙарҙың, композиторҙарҙың, фотографтарҙың махсус хәрби зонаға йәки гуманитар йөк алып барғанда тыу

“Башҡорт аты” байрамына З. Биишева исемендәге “Китап” нәшриәте Урал аръяғы авторҙарының китабын килтерҙе. Мәҫәлән, ҡунаҡтар Баймаҡ районында тыуып үҫкән йәш балалар яҙыусыһы Тимур Рәхмәтуллиндың “Тылсым эйәләре”, Бөрйәндән Миләүшә Ҡаһарманованың “Бетерә шаршылары” повестар йыйынтығы, Баймаҡтан Таңсулпан Ғарипованың “Бөйрәкәй” роман-бестселлеры менән таныша ала. Әйткәндәй, “Бөйрәкәй” бүләккә лә әҙерләнгән: улары француз шарфы менән төрөлгән һәм ҡурай сәскәһе формаһындағы брошь беркетелгән. “Китап” бындай бүләктәрҙе күп килтергән. Шулай уҡ Мәхмүт Сәлимдең “Башҡорт аты-2024”-тә тәүгә күрһәтелгән “Башҡорт аты” китабын да бында күрергә мөмкин. Унда башҡорттарҙың ат йәнле халыҡ булыуҙары, ҡымыҙ етештереү, көнкүреш-йолалары сағылыш тапҡан. “Китап”тың һатырға килтергән күргәҙмәһендә төп урынды “Музы не молчат. Башкортостан. 2022-2025” тигән яңы сыҡҡан йыйынтыҡ алып тора. Унда рәссамдарҙың, шағирҙарҙың, композиторҙарҙың, фотографтарҙың махсус хәрби зонаға йәки гуманитар йөк алып барғанда тыуған әҫәрҙәре буйынса тарихтар тупланған. Китаптың тәүге даналары яңыраҡ Өфөлә үткән Армия мәҙәниәте көндәрендә абруйлы ҡунаҡтарға бүләк ителгән. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, бөгөн, 6 сентябрҙә, Баймаҡ районының Граф күле янында IV “Башҡорт аты” халыҡ-ара башҡорт аты фестивале башланды. Фестивалдең төп темаһы бөтә экспозицияларҙы, әүҙемлекте һәм конкурстарҙы берләштерә.