Башҡортостанда “Тормош өсөн инфраструктура” милли проекты (национальный проект “Инфраструктура для жизни”) сиктәрендә Борай — Иҫке Балтас — Көйәҙе юлының 13 километры ремонтланды, тип хәбәр иттеләр республиканың транспорт министрлығынан. Борай районында – өс, Тәтешле районында бер участка норматив хәлгә килтерелде. Юлсылар асфальт-бетон япманы яңырта, юл ситтәрен нығыта һәм тамға һыҙа. – Борай-Иҫке Балтас-Көйәҙе юлы өс районды тоташтыра һәм республикабыҙ менән Пермь крайы араһында транспорт бәйләнешен тәьмин итә. Көн һайын уның аша өс меңдән ашыу автомобиль үтә. Шуға күрә был юлды тәртипкә килтереү һәм бөтә юл хәрәкәтендә ҡатнашыусылар өсөн хәүефһеҙ һәм уңайлы юл йөрөүҙе тәьмин итеү мөһим, — тип һөйләне Башҡортостандың транспорт һәм юл хужалығы министры Любовь Минакова. Борай-Иҫке Балтас-Көйәҙе юлы Башҡортостандың терәк селтәренә инә. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: быйылдан РФ Президенты Владимир Путин ҡарары буйынса яңыртылған милли проекттар тормошҡа ашырыла. Улар тағы ла күләмлерәккә әйләнеп,
Борай - Иҫке Балтас - Көйәҙе юлының 13 километры ремонтланды
6 сентября 20256 сен 2025
~1 мин