Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Хоккей миҙгеле башлана!

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер- министры Андрей Назаров социаль селтәрҙә хоккей һөйөүселәрҙе уйын ҡарарға саҡырған. “Салауат Юлаев” яңы миҙгелдә старт алды! Бөгөн яратҡан командабыҙ яңы КХЛ миҙгелен Нижегородск өлкәһенең “Торпедо” командаһына ҡаршы күсмә матч менән аса. Башҡортостандың йөҙәрләгән мең көйәрмәне бер нисә ай инде ошо мәлде көтөп йәшәй. Беҙҙең алда оҙайлы миҙгел – еңеүҙәр, еңелеүҙәр һәм, әлбиттә, сағыу уй-хистәр менән тулы миҙгел. Хоккей спорт ҡына түгел бит, ул – көслө дәрт һәм теләк тә! Мин хоккейҙы яратам. Ҡарарға ғына түгел, уйнарға ла тырышам. Шуға күрә үҙебеҙҙең көйәрмәндәрҙең борсолоуҙарын аңлайым һәм уртаҡлашам. Күптәр команданың киләсәге өсөн борсола, айырыуса финанс йәһәтенән. Менеджерҙар составы алдында етди һынауҙар тороуын таныйым. Шулай ҙа дөрөҫлөккә тура ҡарайыҡ, ауырлыҡтар һәр кемдең дә була, “Салауат” та иҫкәрмә түгел, уларҙы лайыҡлы үтте, хәҙер ҙә еңеп сығыр. Республика етәкселеге хәлде контролдә тота, һәм хәл итеү буйынса пландар ҙа бар. Паника өсөн сәбә

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер- министры Андрей Назаров социаль селтәрҙә хоккей һөйөүселәрҙе уйын ҡарарға саҡырған. “Салауат Юлаев” яңы миҙгелдә старт алды! Бөгөн яратҡан командабыҙ яңы КХЛ миҙгелен Нижегородск өлкәһенең “Торпедо” командаһына ҡаршы күсмә матч менән аса. Башҡортостандың йөҙәрләгән мең көйәрмәне бер нисә ай инде ошо мәлде көтөп йәшәй. Беҙҙең алда оҙайлы миҙгел – еңеүҙәр, еңелеүҙәр һәм, әлбиттә, сағыу уй-хистәр менән тулы миҙгел. Хоккей спорт ҡына түгел бит, ул – көслө дәрт һәм теләк тә! Мин хоккейҙы яратам. Ҡарарға ғына түгел, уйнарға ла тырышам. Шуға күрә үҙебеҙҙең көйәрмәндәрҙең борсолоуҙарын аңлайым һәм уртаҡлашам. Күптәр команданың киләсәге өсөн борсола, айырыуса финанс йәһәтенән. Менеджерҙар составы алдында етди һынауҙар тороуын таныйым. Шулай ҙа дөрөҫлөккә тура ҡарайыҡ, ауырлыҡтар һәр кемдең дә була, “Салауат” та иҫкәрмә түгел, уларҙы лайыҡлы үтте, хәҙер ҙә еңеп сығыр. Республика етәкселеге хәлде контролдә тота, һәм хәл итеү буйынса пландар ҙа бар. Паника өсөн сәбәп юҡ – хоккей Башҡортостанда йәшәй һәм йәшәйәсәк, өҫтәүенә юғары кимәлдә. Команда составы яңырҙы. Хәҙер унда тәжрибәле уйынсылар менән талантлы йәштәр араһында бик яҡшы баланс. Таяныс үҙебеҙҙең егеттәрҙә, әммә текә легионерҙарҙан башҡа ла мөмкин түгел. Айырыуса Александр Хмелевский һөйөндөрә – ул көйәрмәндәр өсөн үҙ кешегә әүерелде инде. Дуҫтар, миҙгел башлана! Алда бер нисә күҙ алдына ла килтермәҫлек иҫ киткес матчтар. Әйҙәгеҙ, бергәләп “Салауат” өсөн көйәйек, трибуналарҙы тултырайыҡ һәм еңеүгә ышанайыҡ! Алға, “Салауат”! Беҙ һеҙҙең менән!” Фото: VK.com